Республикабыҙ – йөҙәрләгән милләт кешеләре өсөн ғәзиз тыуған төйәк. Бында һәр халыҡ вәкиле тиң шарттарҙа, үҙ мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлап йәшәй. Туған телдәрҙе өйрәнеү, шул телдәрҙә китаптар уҡыу өсөн дә мөмкинлектәр бар. Күптән түгел үткәрелгән Төбәк-ара милли балалар әҙәбиәте көнө айҡанлы Башҡортостанда Сыуаш Республикаһы вәкилдәре ҡунаҡта булып китте. Ә.-З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Сыуаш Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Балалар һәм үҫмерҙәр китапханаһы вәкилдәре һәм Башҡортостандағы коллегалары балаларҙың китап уҡыуына ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Ҡатнашыусылар "Китапхана — мәҙәниәттәр диалогы өсөн асыҡ майҙан" тип аталған һөйләшеү ойошторҙо. Осрашыуҙа Милли китапхана директоры Азат Ибраһимов татар, сыуаш, мари, белорус, латыш, мордва, украин, удмурт халҡы вәкилдәрен хеҙмәтләндергән китапханалар тураһында һөйләне. Был ойошмалар этник төркөмдәр илселектәре, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, тарихи-мәҙәни үҙәктәре, нәшриәттә