Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эшҡыуар һәм йырсы - яугирҙәр янында

Баймаҡ районы егете, меценат һәм танылған эшҡыуар Илсур Нәбиуллин менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған ҡурайсы һәм ҡумыҙсы Зәйнетдин (Заһир Зәйнетдинов) махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр янына барған. Улар яугирҙәргә кәрәк-яраҡ алып барған, Зәйнетдин яҡташтарына йыр-моң өләшеп, уларҙың күңелдәрен бер аҙға булһа ла күтәргән. Әйткәндәй, был уларҙың тәүге ярҙамы түгел. Илсур Нәбиуллин яугирҙәргә һәр саҡ ярҙам күрһәтә, яугир әсәләренә һәм ҡатындарына бушлай шифаханаға путевкалар алып бирә. Бар ауырлыҡты тик бергәләп күтәргәндә генә еңергә мөмкин икәнлеген бөгөн һәр кем яҡшы аңлай. Фото: видеонан скриншот.