Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Инвестсәғәт"тә 10 яңы проект раҫланды

«Башнефть-Добыча» компанияһының генераль директоры Сергей Нонява нефть һәм тәбиғи газ табыуҙа оператор хеҙмәттәре күрһәтеүгә бәйле технологик комплексты яңыртып ҡороу проекты менән танштырҙы. Был проектҡа инвестиция күләме - 3,2 миллиард һум тиерлек. Ул беренсе сиратта эшләнергә тейешлеләр рәтенә инде. Мәләүез районында фосфор кислотаһы сығарыу предприятиеһы төҙөү проекты менән "Башҡорт фосфат компанияһы" ("Башкирская фосфатная компания") етәксеһе Сергей Куликов таныштырҙы. Яңы ойошма 2023 йылда теркәлде. Проектҡа ярашлы, 2025 йылда 150 яңы эш урыны булдырылырға тейеш. "Тиҙ туҡланыу селтәрен үҫтереү" ("Развитие сети быстрого питания") компанияһы директоры Татьяна Гладкая Өфөлә - өс һәм Мәләүездә бер Rostic`s рестораны төҙөү планы меннә уртаҡлашты. Улар 125 эш урыны булдырырға мөмикнлек бирер тип көтөлә. Башҡортостан Башлығы сеймал итеп республикала етештерелгән аҙыҡты ҡулланыуҙы күҙ уңында тоторға ҡушты. "Төҙөүсе" ойошмаһы директоры Маузанур Ғизамов Талбазыла күп функциялы сауҙа-сервис комплексы төҙөргә ниәтләнә. Унда ҡунаҡхана, магазиндар, көнкүреш хеҙмәттәре үҙәге һәм башҡаларҙы урынлаштырыу күҙаллана. Тағы ла Миәкә районында профнастил һәм металл конструкциялары етештереү, социаль торлаҡ төҙөү проекттары; Өфөлә Ағиҙел яры буйында термаль комплекс, йәғни мунсалары, ресторандары, йылы һәм һалҡын һыулы бассейндары, СПА-комплексы булған объект төҙөү проекттары ла ҡаралды. "Инвестсәғәт"тә шулай уҡ юл буйы хеҙмәттәре күрһәтеү һәм туризм өлкәһендә ҙур булмаған проекттарға иғтибар бүленде. Бынан тыш, Башҡортостандың Инвестиция комитеты Өфөнөң "Уралинтех" һәм Нефтекаманың "Мегапласт" предприятиеларында етештереүҙе киңәйтеү башланғыстарын да хупланы. Мәғлүмәт, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/177227.html