Был теманы республика етәксеһе 26 апрелдә үткән кәңәшмәлә башлап телгә алғайны. Унда сит төбәктән килгән арендатор ҡырсынташ сығара һәм тирә-яҡ юлдарға зыян килтерә. Был, әлбиттә, халыҡта хаҡлы рәүештә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Радий Хәбиров хәлде аныҡларға ҡушҡайны. "Ространснадзор"ҙың Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы начальнигы урынбаҫары Тимур Мөхәмәтйәнов был карьерҙа Ростов өлкәһенән килгән "Шахтинский карьер" ойошмаһы эшләгәнен еткерҙе. Көн һайын бынан 160-лаған ҙур йөк машинаһы үтә. - Тәүлегенә 8 тонна тирәһе ҡырсынташ сығарыла. Транспортҡа саманан тыш йөк тейәлгәне күренеп тора, етмәһә, махсус рөхсәт ҡағыҙҙары ла юҡ, - тине Т. Мөхәмәтйәнов. - Ҙур йөк машиналары Салауат районы юлдарына килтергән зыян 1 миллиард һумдан артығыраҡ тип баһалана. Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов "Шахтинский карьер" ойошмаһының әйләнгән һайын ҡағиҙәләрҙе боҙоуы тураһында белдерҙе. Мәҫәлән, 10 майға тиклем ҙур йөк машиналарына йөрөү тыйылһа ла, улар һаман да
"Мөрсәлим" карьерындағы хәлдәр буйынса фекер алышыу булды
2 мая 20242 мая 2024
1 мин