Башҡортостанда илдең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған хәрби хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр 205 мең һум түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. Республика Башлығы ошо хаҡтағы указға ҡул ҡуйҙы. Ярҙам сараһы хәрби хеҙмәткә саҡырыу йәки мобилизация буйынса саҡырылған һәм быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Рәсәй Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында контракт төҙөргә ҡарар иткән хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡағыла. – Шулай итеп, контракт төҙөгәндә яугирҙәребеҙ 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған дөйөм түләү аласаҡ. Шуларҙың 205 меңе – Башҡортостан Республикаһынан, 195 меңе – Рәсәй Оборона министрлығынан. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар үҙҙәренең муниципаль түләүҙәрен билдәләне. Өфө түләй ҙә инде. Был беҙгә артабан хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙ менән махсус хәрби операция биләмәһендә бәйләнештә торорға һәм уларға ярҙам итергә мөмкинлек бирә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Р