Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ғалимдарына ярҙам сараларын ил буйынса таратырға кәрәк"

РФ Президенты ҡарамағындағы Фән һәм мәғариф буйынса советтың Фән һәм мәғариф өлкәһендәге йәштәр эштәре буйынса координация советы рәйесе Никита Марченков Башҡортостанда ғәмәлдә булған йәш ғалимдарға ярҙам һәм перспективалы проекттарҙы финанслау программаларын юғары баһаланы. Был хаҡта физика-математика фәндәре кандидаты, «Курчатов институты» ғилми-тикшеренеү үҙәгенең синхротрон-нейтрон тикшеренеүҙәр комплексы етәксеһе Өфөгә рәсми сәфәре барышында белдерҙе. Никита Марченковтың Башҡортостандың баш ҡалаһына сәфәренең маҡсаты - төбәктең фәнни-мәғариф ҡеүәте һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге менән танышыу. Осрашыу сиктәрендә Координация советының республиканың ғилми йәштәре менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеге һәм уларҙы федераль сараларға, закондар сығарыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү тураһында килешеүҙәргә өлгәшелде. Никита Марченков шулай уҡ Өфө нефть техник университетында эшләүсе «Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерҙар мәктәбендә булды. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23764/