Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Бер мәлдә бөтә ғаиләмде юғалттым”

Апрелдең һуңғы көндәрендә Күгәрсен районында булған ҡот осҡос авария дүрт кешенең ғүмерен өҙҙө. Иң аяныслыһы, унда ике бәләкәй бала менән уларҙың әсәһе һәләк булды һәм матур ғаиләне юҡ итте. Рулдә ултырған ир иҫән ҡалған һәм әлеге ваҡытта дауаханала. Уның менән “КП-Өфө” баҫмаһы хәбәрсеһе һөйләшкән. Фажиғә 28 апрелдә булды. Зариф менән Айгөл балалары – биш айлыҡ улдары һәм өс йәшлек ҡыҙҙары менән Chevrolet Lanos автомобилендә өйҙәренә Стәрлетамаҡҡа ҡайтып барғандар. Юлдары Магнитогорск – Ира трассаһы аша үтә. Ҡапыл Мораҡ ауылынан йыраҡ түгел урында уларҙың ҡаршыһына ҙур тиҙлектә “ВАЗ-2110” машинаһы килеп сыға. Ғаилә башлығы ситкә китергә тырышып ҡарай, тик өлгөрмәй. Ҡаты бәрелеш була һәм уларҙың машинаһы юлдан ситкә осоп китә. Икенсе машинала дүрт кеше ултырған, уларҙың береһе һәләк була, ҡалғандары, шул иҫәптән водитель әле дауаханала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Айгөл менән балалар табиптар килеп еткәнсе үк йән бирә. Ирҙе шок хәлендә дауаханаға алып китәләр. Ғаиләнең таныштары әйтеүенсә, Зариф һуңғы минутҡа тиклем яратҡан ҡатыны менән балаларының үлеменә ышанмай. – Ул был яңылыҡты бик ауыр кисерҙе. Был турала кейәүенә Айгөлдөң әсәһе әйтә. Авариянан һуң ул биш минут һайын шылтыратып уларҙың ҡайҙалығын асыҡларға тырышты. Балалары менән ҡатынын икенсе дауаханаға алып киткәндәр тип өмөтләнгән. Иң һуңғы мәлгә тиклем ышана алманы, – тигән ул. Әле ир Күмертау дауаханаһында ята. Әйткәндәй, аварияла ғәйепле водитель дә ошонда. Зариф ул машинанан йәрәхәтләнгән кеше менән аралашҡан. Ир авария ваҡытында артҡы ултырғыстарҙа иҫерек килеш йоҡлай инем, тигән. Водителгә килгәндә, уның хәле ауыр булған, комаға киткән, әле яңыраҡ иҫенә килгән. – Бер мәлдә иң яратҡан кешеләремде юғалттым. Шул тиклем пландарыбыҙ күп ине... Кешеләр беҙҙең мөхәббәткә һөйөнә ине. Улар беҙҙең ғүмерҙе ҡырҡты. Мин аңымда инем, тик шок хәлендә булдым, – тигән Зариф. Айгөл менән балаларҙы 1 майҙа тыуған ауылында Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында ерләгәндәр. Табиптар Зарифты һаулығы торошо буйынса ғаиләһе менән бәхилләшергә ебәрергә теләмәй, әммә аҙаҡ ебәрәләр һәм ул яҡындарын һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнаша ала. Яҡындары Айгөлдө изге күңелле, йылмайып торған кеше тип хәтерләй. Ул декретта булған һәм малайын ҡараған. Беҙ Зарифтың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уға был ауыр ҡайғыны кисерерлек көстәр табыуҙы теләйбеҙ. Фото: "КП-Өфө".