Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Ҡайтыуыма ышанып та бөтмәйем..."

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ялға ҡайтты. Махсус хәрби операция яугирҙәрен Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов һәм республика хәрби комиссариатының мобилизация бүлеге начальнигы подполковник Александр Кушаков ҡаршы алды. Яугирҙәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың береһе “Янтарь” позывнойлы, быйыл март айында алғы һыҙыҡҡа эләгеүе тураһында һөйләне. Ул яралыларҙы эвакуациялау төркөмөндә хеҙмәт итә. – Тыуған Башҡортостаныма ҡайтыуыма ышанып та бөтмәйем. Яңы көстәр менән фронтҡа кире барыу өсөн ял итәсәкмен, — ти “Янтарь”. “Чайка” позывнойлы ир һуғышта ҡаты яраланған. Шуға ҡарамаҫтан, һауыҡҡас та мотлаҡ махсус хәрби операция биләмәһенә ҡайтасағын белдерҙе. – Фронтташ иптәштәрем янына мотлаҡ кире барасаҡмын. Улар мине көтә һәм еңеүгә өлгәшеү өсөн әле күп эштәр башҡараһы бар. Бер ғаиләбеҙ, хәрби туғандарбыҙ, – тип билдәләне “Чайка”. Алик Камалетдинов белдереүенсә, ял итергә ҡайтҡан яугирҙәр араһында 9 майҙа Өфөлә Еңеү парадынд

“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәре ялға ҡайтты. Махсус хәрби операция яугирҙәрен Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән бәйләнеш буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов һәм республика хәрби комиссариатының мобилизация бүлеге начальнигы подполковник Александр Кушаков ҡаршы алды. Яугирҙәр араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың береһе “Янтарь” позывнойлы, быйыл март айында алғы һыҙыҡҡа эләгеүе тураһында һөйләне. Ул яралыларҙы эвакуациялау төркөмөндә хеҙмәт итә. – Тыуған Башҡортостаныма ҡайтыуыма ышанып та бөтмәйем. Яңы көстәр менән фронтҡа кире барыу өсөн ял итәсәкмен, — ти “Янтарь”. “Чайка” позывнойлы ир һуғышта ҡаты яраланған. Шуға ҡарамаҫтан, һауыҡҡас та мотлаҡ махсус хәрби операция биләмәһенә ҡайтасағын белдерҙе. – Фронтташ иптәштәрем янына мотлаҡ кире барасаҡмын. Улар мине көтә һәм еңеүгә өлгәшеү өсөн әле күп эштәр башҡараһы бар. Бер ғаиләбеҙ, хәрби туғандарбыҙ, – тип билдәләне “Чайка”. Алик Камалетдинов белдереүенсә, ял итергә ҡайтҡан яугирҙәр араһында 9 майҙа Өфөлә Еңеү парадында ҡатнашыусылар ҙа бар. – Яугирҙәр ялға ҡайтыуына бик шат. Күптәре беренсе тапҡыр өйҙәренә ҡайтты. Яугирҙәр һөжүмдәрҙә әүҙем ҡатнаша, шуға күрә ял тураһында уйларға ваҡыттары юҡ. Әммә хәҙер улар тыуған республикаһында ял итергә тейеш, – тине Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: Өфөнөң Совет районы мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.