Нисә йәштә булһаң да, атай-әсәйҙең мәңгелек донъяға күсеүе ауыр хәл. Үкенестәр йөрәкте өтә. Һәйбәт ул, ҡыҙ булдыммы, фатихаһын алдыммы, тигән уйҙар тынғы бирмәй. Ғәзизең тураһында күп йылы һүҙҙәр әйтке килә. Сығышы менән Әбйәлил районынан булған Ғәли Хәсәнов, оҙаҡ йылдар Татарстанда йәшәһә лә, тыуған ауылында көн иткән атаһы янына йыш ҡайтып йөрөнө, ярҙамлашты, был осрашыуҙар хаҡында бик йылы хәтирәләре менән бүлешә торғайны. Кисә атаһы Әхтәр Хәсәнов был фани донъяны ҡалдырып киткән. Ғәли ағайҙың ошо айҡанлы йылы яҙмаһын беҙ ҙә уҡып алайыҡ. "1 майҙа иртән 94 йәшендә атайым донъя ҡуйҙы, бер нисә аҙна ғына тыуған көнөнә тиклем йәшәй алманы. Ул 1930 йылдың 24 майында Ишкилде ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта "Ҡырын-йорт" тигән урындағы йәйләүҙә тыуған. Атайым лайыҡлы тормош юлы үтте, яҙмышы еңелдән булманы. Һуғышты ла, ауыр эш йылдарын да кисергән. Уның, бөтәһенең дә ризығы бөткәс (картуф уңмаған йыл була), бер нисә ауылдашы аслыҡтан үлгәнендә нисек иҫән ҡалыуҙары тураһында әсенеп һөйләгәне хәтеремдә. Атаһы фронтҡа киткәс, әсәһе дүрт бәләкәй балаһы менән ҡалған. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, атайым 11 йәшендә әсәһенең төп таянысы булып ҡала. Кинйә һеңлеһен ҡотҡара алмағандар, ул һалҡын тейеүҙән үлгән. Әсәһен ауылдан 70 саҡрым алыҫлыҡтағы Әүжәнгә урман ҡырҡырға ебәргәс, атайыма һеңлеһе менән ҡустыһын ҡарарға, өйҙө йылытырға утын табырға тура килгән. Хатта бер көндө саңғыла ҡыуып етеп, ҡоралай аулап алған. Ул саҡта бөтә балалар ҙа һигеҙ саҡрым юл үтеп, ҡышҡы юлһыҙлыҡта, көрт кисеп Буранғол ауылына мәктәпкә уҡырға йөрөй алмаған. Әгәр ҙә кемдер фронттан өсмөйөшлө хат алған икән, ауылда байрам булған һәм барыһы ла атайымдарҙың өйөнә йыйылған, ул был хатты бер нисә тапҡыр ҡысҡырып уҡыған, сөнки барыһы ла уҡый белмәгән. Атайым Белорет ҡалаһында ФЗО-ла һәм Магнитогорск металлургия комбинатында ағас оҫтаһына уҡығандан һуң эшләй башлай. Һуңынан ете йыл Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. Йыш ҡына ул коллективлаштырыу йылдары - колхоздар төҙөү, халыҡтың мал иҫәбен кәметеү, һәр кемгә колхоз өсөн бесән (задание) әҙерләргә ҡушыуҙары, шулай уҡ Ишкилде ауылы магазинында һатыусы булып эшләгәнен, унда ауылдаштарының аҡса урынына йомортҡа менән иҫәпләшкәндәрен һөйләй ине. Газ буйынса тикшереүсе, колхозсы ла булған ул. Коммунист, парторг, яҡшы ғаилә башлығы булды, йыш ҡына йортобоҙға күсмә "Отличник йорто" таҡтаһын эләләр ине. Ул ат яратты. Кәрәк-яраҡты үҙе эшләне, мин дә уға сана, арба, сбруй яһарға ярҙам иттем. Бергәләп муйыл сыбыҡтарынан сана-арба өсөн әрйә үрҙек. Йыл һайын бейә һауып ҡымыҙ эшләй торғайныҡ. Атайым мине ир кеше башҡара белергә тейеш бөтә нимәгә лә өйрәтте. Ул беҙҙе һәр ваҡыт изге эштәр ҡылырға, ихлас күңелдән яҡшылыҡ эшләргә саҡырҙы. Ғаиләһе, илебеҙ өсөн намыҫлы хеҙмәт итте һәм беҙҙе йәмғиәт өсөн файҙалы булырға, Тыуған илен, ерен һәм туғандарын яратырға өндәп тәрбиәләне. Барыбыҙ ҙа белем алһын, намыҫлы хеҙмәт менән һәм уларҙың быуынынан яҡшыраҡ йәшәһен тип тырышты. Уның миңә, апайҙарыма һәм балаларыбыҙға биргән тәрбиәһе өсөн рәхмәт. Атай менән һуңғы йылдарҙа бергә йәшәгән, уны дауалаған, тәрбиәләгән һеңлем Фәрзәнә Сиражетдиноваға ла ҙур рәхмәт белдерәм. Атайым мине көткән! Ҡараштарыбыҙ осрашҡас, мине таныны, күҙҙәремә тыныс ҡына ҡарап ятты һәм шым ғына өндәште. Минең менән осрашҡас та, ул тынысланды. Ваҡытында ҡайтып өлгөрөүемә, атайым менән бер нисә көн бергә булыуыма һәм уның менән бәхилләшеүемә ҡыуанам". Ғәли ағайҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Әруахтарыбыҙ тыныс ятһын! Фото: Ғәли Хәсәновтың шәхси архивынан.