Өфөлә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа яҡынса йомғаҡ яһалды. Унынсы тапҡыр ойошторолған был акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы. Быйыл эш 3018 майҙансыҡта ойошторолдо: 1145-е – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн, 1478-е – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр, 395 майҙансыҡ – төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн. Диктантты барлығы 408 399 кеше яҙҙы. Уларҙың 152 820-һе башланғыс кимәлдәгеләр булһа, 171 429 кеше – башҡорт телен яҡшы белеүселәр өсөн, ә 84 150 кеше төньяҡ-көнбайыш диалектындағы текстарҙы яҙҙы. Диктантты Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалаларында, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләрендә, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Пермь, Алтай, Приморье крайында, Яҡут, Татарстан республикаларында йәшәүселәр яҙҙы. Шулай уҡ Үзбәкстандан, Тажикстандан, Испаниянан, Швейцариянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Италиянан, Франциянан, Белорус