Был форумдың маҡсаты нимәлә, ул ҡуйған мәсьәләләр республикала нисек хәл ителә, торлаҡ-коммуналь хужалығының киләсәге нисек төҫмөрләнә? Үтә мөһим йүнәлеш – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ менән бәйле барлыҡ нәмә – киң тема, унда күп мәсьәләләр тупланған, – тине Радий Фәрит улы үҙенең сығышында. – Тәүге сиратта ул – кешеләрҙе коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү. Дөйөм алғанда, беҙ бергәләп хәл итергә тейешле мәсьәләләр даирәһен күҙаллайбыҙ. Был осраҡта мин муниципалитеттар етәкселәрен һеҙҙең менән – йорт советтары рәйестәре менән – даими осрашып торорға өндәйем, ул саҡта һеҙ ҙә үҙегеҙҙе тулҡынландырған күп һорауҙарығыҙға яуаптар аласаҡһығыҙ. Бөгөн беҙгә кешеләр торлаҡ-коммуналь хужалығы темаһы буйынса ялыуҙар һәм мөрәжәғәттәр ебәрә икән, тимәк, ошо йүнәлештәге эш үтә мөһим. Йыйындың көн үҙәгендә булған торлаҡ-коммуналь хужалығы мәсьәләләре буйынса фекер алышыуҙа муниципалитеттар етәкселәре, тармаҡ министрлыҡтары, контроль-күҙәтеү органдары һәм ресурс менән тәьмин итеү ойошмалары, идарасы компаниялар вәкилдәре ҡатнашты. Фекер алышыу өсөн майҙансыҡ Республика етәксеһе билдәләүенсә, биш йыллыҡ тарихы осоронда “Управдом” форумы эксперттар менән фекер алышыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса халыҡтан тәҡдимдәр алыу өсөн мөһим майҙансыҡҡа әүерелде. Был тармаҡты үҫтереү йүнәлешен алып ҡараған саҡта республикала йәмәғәт биләмәләрен һәм ихата майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, күп фатирлы йорттарҙы комплекслы ремонтлау иғтибар үҙәгендә булыуын күрербеҙ. Һуңғы биш йылда ғына ла, мәҫәлән, республикала 683 майҙансыҡты тәртипкә килтергәндәр, 4,3 мең ҡыйыҡ һәм 8,2 мең подъезд ремонтланған, 3,8 мең лифт алмаштырылған. “Башҡорт ихаталары” матурая – Халыҡта “Башҡорт ихаталары” республика программаһы ҙур хуплау тапты, – тине Радий Фәрит улы. – Өлгөлө майҙансыҡтарҙы шунда уҡ эшләргә өйрәнә алманыҡ, ләкин артабан матурыраҡ һәм уңайлыраҡ килеп сыға башланы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, был программаны тормошҡа ашырыу бөгөн дә дауам итә. – Дөйөм алғанда, 1326 ихатаны төҙөкләндерҙек. Әлеге мәлдә программаны 15 муниципалитетта әүҙем тормошҡа ашырабыҙ. Киләһе йылдан башлап уны республиканың бөтә район һәм ҡалаларына йәйелдерә башлаясаҡбыҙ. Тармаҡты яңыртыу бурысы ҡуйыла Радий Хәбиров үҙенең сығышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге төп мәсьәләләргә туҡталып үтте. Улар иҫәбендә – ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары алдындағы бурысты кәметеү, идарасы компаниялар хеҙмәтләндереүенең сифатын яҡшыртыу, коммуналь инфраструктураны артабан камиллаштырыу. – Республикалағы коммуналь селтәрҙең өстән бер өлөшө алмаштырыуҙы талап итә. Һуңғы ике йылда беҙ ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 14 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп иттек, шуның биш миллиард һумы Өфөләге селтәрҙәрҙе яңыртыуға тотонолдо, – тине республика етәксеһе. Торлаҡ-коммуналь хужалығына идара итеүҙең йоғонтололоғон арттырыу ҙа мөһим йүнәлеш булып тора, был – муниципалитеттарҙың төп бурыстарының береһе. – Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөржәғәтнамәһе йомғаҡтарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыу буйынса ҡарарҙар әҙерләнде. Федераль ярҙамға таянып, был өлкәне нисек үҫтерә алыуыбыҙ артабан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына, муниципалитеттарҙың идарасы командаларына бәйле, – тине Радий Хәбиров. Илебеҙҙәге һәр кешегә ҡағыла Пленар ултырышта Федерация Советының Федератив ҡоролош, төбәктәр сәйәсәте, урындағы үҙидара һәм Төньяҡ эштәре буйынса комитеты ағзаһы Олег Голов тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Ул ошо фекер алышыу майҙансығының мөһимлеген билдәләне һәм унда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне. – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе илебеҙҙә йәшәгән һәр кемгә ҡағыла. Бөгөнгө диалогтың унда ҡатнашыусыларҙың өмөтөн аҡларына ышанам, улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға яуап аласаҡ, – тине Олег Голов. Бәләкәй скверҙар кәрәк Ултырышта башҡа көнүҙәк мәсьәләләр ҙә ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа йәмәғәт контроленең Өфө ҡалаһы Совет районы үҙәге рәйесе Венер Ҡорбанов, мәҫәлән, капиталь ремонттың сифатын яҡшыртыу һәм күп фатирлы йорттарҙа энергия тотоноуҙың йоғонтололоҡ кимәлен күтәреү кәрәклеге тураһында һөйләне. Ул шулай уҡ “Бәләкәй скверҙар” тип аталған төбәк программаһын булдырырға ла тәҡдим итте. – Улар ҡала һәм ҡасабалар биҫтәләрендә бер-береһенән алыҫ түгел урынлашҡан объекттар булырға тейеш, – тине Венер Ҡорбанов. – Барлыҡ төҙөкләндереү элементтарын үҙ эсенә алған бындай тематик скверҙарҙы республиканың күренекле кешеләре, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары исемдәре менән атарға мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бәләкәй скверҙар булдырыу идеяһын хупланы. Был осраҡта республика етәксеһе тәүге сиратта ҡала һәм ауылдарҙың үҙәк урамдарын төҙөкләндереү, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙең иң көнүҙәк булған мохтажлыҡтарын хәл итергә кәрәклеген дә билдәләне. – Парктар һәм скверҙар булдырырға тотонғансы уҡ кисекмәҫтән эшләнергә тейешле ремонтты башҡарырға тейешбеҙ, мәҫәлән – күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығын йүнәтеүҙе, – тине ул. – Быйыл беҙ ошо маҡсатҡа 400 миллион һум бүлдек. Ҡайһы эш өҫтөнлөккә эйә икәнен алдан планлаштырырға тейешбеҙ. Иң тәүҙә түбәләрҙе йүнәтәбеҙ, шунан һуң ғына башҡа эштәргә тотонабыҙ. Урамдарҙы төҙөкләндереү эшен шулай уҡ этаплап башҡарабыҙ: беренсе сиратта үҙәк майҙандарҙы һәм урамдарҙы тәртипкә килтерәбеҙ. Республика етәксеһе бында Учалы районының тәжрибәһен ыңғай миҫал итеп килтерҙе. Ошо муниципалитетта өмәләр үткәреү ғәҙәткә ингән. Радий Хәбиров урындағы халыҡҡа таҙа һәм йыйыштырыулы ихаталар өсөн рәхмәт белдерҙе. – Учалыла “Таҙа кесе йома” тигән акция бар, – тине ул. – Был көндә бөтәһе лә өмәгә сыға. Һәр биләмә айырым ойошмаға беркетелгән. Һөҙөмтәлә ҡала һәр саҡ таҙа. Хәл ителмәҫлек мәсьәләләр юҡ Форумда ҡатнашыусылар идарасы компанияларҙың хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу тураһындағы мәсьәләләрҙе лә ҡараны. Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе Павел Носков билдәләүенсә, бында торлаҡ майҙандары милекселәренә ҙур вәкәләттәр бирелә, улар идарасы ойошмалар алдына тәғәйен бурыстар ҡуйырға хоҡуҡлы. – Күп фатирлы йорттар менән идара итеүҙә хәл итмәҫлек мәсьәләләр юҡ, – тине Павел Носков. – Иң мөһиме – халыҡты ойоштороу, дөйөм йыйылыш үткәреүҙә милекселәр мөмкин тиклем күберәк һанда ҡатнашһын, мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итһен. Кешеләр үҙ йорттарынң ысын хужаһына әүерелергә тейеш. Һыу тәьминәте яҡшырасаҡ “Управдом” форумының пленар ултырышында эксперттар күп фатирлы йорттар рәйестәренең тәғәйен һорауҙарына ла яуап бирҙе. Улар йорттарға идара итеүгә, коммуналь инфраструктураны яҡшыртыуға һәм хеҙмәтләндереү өсөн түләүгә һәм башҡа мәсьләләргә ҡағылды. Мәҫәлән, Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауыл халҡын урындағы һыу тәьминәтенең ҡасан яҡшырасағы ҡыҙыҡһындыра ине. – Был ауыл халҡы менән осраштым, район хакимиәте башлығы финанслауҙа ярҙам һораны. Бының өсөн аҡса таптыҡ. Ҡаҙнанан тыш сығымдар иҫәбенә ошо мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. Һөйләшеү эшлекле рухта үтте Ултырыш аҙағында республика етәксеһе форумда ҡатнашыусыларға эшлекле һөйләшеү өсөн рәхмәт белдерҙе һәм муниципалитеттар, тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволарының эшен халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә башҡарыу кәрәклеген тағы бер тапҡыр билдәләне. – Власть һәм муниципалитеттар вәкилдәре халыҡ менән даими осрашып торорға тейеш. Кешеләр үҙ хоҡуҡтарының боҙолоуын үтә борсолоп ҡабул итә һәм беҙҙән тәғәйен ҡарар көтә, – тине ул. – Бөгөнгө һөйләшеү йомғаҡтарына ярашлы, шуны әйтергә теләйем: беҙ һеҙҙең менән булған мәсьәләләрҙең асылын яҡшы аңлайбыҙ һәм уларға күҙ йоморға йыйынмайбыҙ. Тәбиғи, бөтә эште бер юлы атҡарып булмай, уны планлы рәүештә эҙмә-эҙлекле алып барырға кәрәк. Ошоно туҡтамай дауам итәсәкбеҙ.