Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы Дубайҙа “Мөмкинлектәр донъяһы” исемле бизнес-форум булып үтте, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация ла ҡатнашты. Был ҙур йыйындың һөҙөмтәләре тураһында нимә әйтергә мөмкин? Оло сара үҙ майҙансығына донъяның 45 иленән ике мең делегатты һәм 10 мең тирәһе онлайн-ҡатнашыусыны йыйҙы. Эшлекле программаға ярашлы, йыйында Рәсәйҙең төрлө иҡтисади өлкәләрҙәге мөмкинлектәре, БРИКС илдәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса фекер алышыу барҙы. Программала ҡаралған тағы бер йүнәлеш – Рәсәй менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһындағы ике яҡлы үҫеш мәсьәләләре. Форумды асыу тантанаһында сығыш яһап, Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тимур Зәбиров был сараның эшлекле программаһы бай булыуын билдәләне һәм барыһына ла һөҙөмтәле эш теләне. – Ошондай ҙур саралар Рәсәй менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлекте әүҙемләштергән индикаторҙарҙың береһе булып тора, – тине Тимур Зәбиров. – “Мөмкинлектәр донъяһы” форумының яңы хеҙмәттәшлек төрҙәренә юл асырына, Рәсәй-Әмирлектәр бәйләнеше өсөн өҫтәмә дәртләндергес булырына ышанам. Эшлекле һөйләшеүҙең уңайлы форматы Рәсәй власть органдарының, төбәктәренең, фәнни-мәғариф һәм тикшеренеү учреждениеларының вәилдәрен бергә йыйыу форсатын тыуҙырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сығышында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре иҡтисадының күп яҡлы булыуын әйтте һәм яңы партнерҙар менән хеҙмәттәшлектә ҡыҙыҡһыныу тыуасағына ышаныс белдерҙе. – Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһы исеменән тәбрикләргә рөхсәт итегеҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙ бында ҙур өмөттәр һәм етди бурыстар менән килдек. Бөгөнгө заман – ысынлап та, ҙур мөмкинлектәр донъяһы. Был донъя йөҙҙәрсә дәүләттән һәм йөҙҙҙәрсә халыҡтарҙан тора. Һәм һәр дәүләт донъя иҡтисадына үҙенең мөһим һәм ҡабатланмаҫ өлөшөн индерә. Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре – беҙҙең илдең ғәрәп донъяһындағы төп сауҙа хеҙмәттәше. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре иҡтисадының бөгөнгө ҡатмарлы талаптарға нисек тиҙ яраҡлаша алыуын, бөтә заманса технологияларҙы һәм инновацияларҙы әүҙем үҙләштереүен ҡәнәғәтлек менән күҙәтәбеҙ. Форумда ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы бәйләнештәр теләйем, беҙ башҡарған бөтә нәмә лә ахыр сиктә үҙ дәүләттәребеҙҙең үҫешенә хеҙмәт итә бит. Йыйынды асыу тантанаһынан һуң Радий Хәбиров күргәҙмәләр майҙансығында булды һәм Рәсәйҙең, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең төрлө үҫеш институттары, фәнни-мәғариф учреждениелары, финанс-иҡтисад структураларының экспозициялары менән танышты. Фоурм программаһына ярашлы, Башҡортостан етәксеһе пленар ултырышта, тематик сессияларҙа ҡатнашты, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре менән эш осрашыуҙары үткәрҙе. “Мөмкинлектәр донъяһы” халыҡ-ара бизнес-форумы майҙансығында Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Тимур Зәбиров менән осрашты, әңгәмә барышында Башҡортостандың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлегендәге өҫтөнлөклө йүнәлештәр тикшерелде. Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров Башҡортостандың иҡтисади, инвестиция һәм туристик мөмкинлектәренең 17 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәйҙең Сит ил эштәре майҙансығында ойошторолған исем туйы тураһында һөйләне, был сара сит илдәрҙең дипломатик корпусы өсөн тәғәйенләнгәйне. Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тимур Зәбиров хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ынтылышы өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе. Башҡортостан донъяның 100-ҙән ашыу иле менән хеҙмәттәшлек итә. Тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу маҡсатында республика Рәсәй сауҙа вәкиллектәрендә үҙ үҙәктәрен булдыра. Башҡортостандың бындай ойошмалары Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡытай һәм Төркиәлә асылған да инде. Ошондай вәкиллектәрҙе Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә һәм Иранда асыу мәсьәләһе тикшерелә. Форум майҙансығында Радий Хәбиров Рәсәй-Әмирлектәр эшлекле советы рәйесе, “Росгеология” акционерҙар йәмғмәтенең генераль директоры Сергей Горьков менән дә осрашыу үткәрҙе. Әңгәмәлә Башҡортостан предприятиелары менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре предприятиеларының эшҡыуарлыҡ һәм сәнәғәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡаралды. Сергей Горьков билдәләүенсә, Башҡортостандың күп кенә компаниялары Фарсы ҡултығы илдәре баҙарына сығыу менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә ул Өфөлә ундай предприятиелар өсөн Евразия хабы мөмкинлектәренең исем туйын үткәрергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм Рәсәй-Әмирлектәр эшлекле советы командаһын Өфөгә саҡырҙы. Радий Хәбировтың сираттағы осрашыуы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең климаттың һәм тирә-яҡ мөхиттең үҙгәреүе мәсьәләләре буйынса министры, доктор Әмнә бинт Абдулла Әл Дахаҡ Әл Шәмси менән булды. Көн тәртибенә агросәнәғәт комплексының хәләл ризыҡ менән сауҙа итеүен арттырыу һәм уның өсөн ғәрәп илдәре баҙарында урынды киңәйтеү мәсьәләләре ҡуйылғайны. Әйткәндәй, Башҡортостан “хәләл” стандарты буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе булып “Роскачество” дәүләт компанияһы аша сертификатлау алды. – Яҡын арала Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Сауҙа вәкиллегендә беҙҙең республиканың вәкиллеген дә асабыҙ, – тине Радий Хәбиров министрға. – Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙән һәм шул иҫәптән Башҡортостандан да ауыл хужалығы продукцияһы ислам донъяһы илдәренә күпләп килтерелә башланы. “Хәләл” стандартлы продукцияға ниндәй талаптар ҡуйылыуы беҙгә яҡшы билдәле. Артабанғы хеҙмәттәшлек тураһындағы һөйләшеүгә әҙербеҙ. Башҡортостан Башлығы республиканың Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ауыл хужалығы продукцияһы һатыу буйынса тәжрибәһе тураһында һөйләне. Был аҙыҡ-түлек араһында солоҡ балы айырыуса әһәмиәтле һәм баҙарҙа үтемле. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең республиканың донъя баҙарына аҙыҡ-түлек сығарыу буйынса ҡеүәте ҙур. Әмнә бинт Абдулла Әл Дахаҡ Әл Шәмси Башҡортостан делегацияһына был сәфәр өсөн рәхмәт әйтте һәм инвестиция хеҙмәттәшлегендә, берлектәге ғилми эшмәкәрлектә һәм ауыл хужалығы проджукцияһы етештереүҙә үҙ иле яғынан ҡыҙыҡһыныу барлығын белдерҙе. – Беҙ Рәсәйҙең 20-нән ашыу предприятиеһынан ит һатып алабыҙ, улар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә аккредитация үткән. Импорт эшен еңеләйтеү маҡсатында сертфикатланған ауыл хужалығы предприятиелары һанын арттырырға ниәтләйбеҙ, – тине Әмнә бинт Абдулла Әл Дахаҡ Әл Шәмси. – Беҙҙең яҡтан Башҡортостан иҡтисадының төрлө өлкәләренә, шул иҫәптән ауыл хужалығына, технологияларға һәм ғилми тикшеренеүҙәргә инвестициялау мәсьәләләре буйынса һөйләшеүгә әҙербеҙ.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы Дубайҙа “Мөмкинлектәр донъяһы” исемле бизнес-форум булып үтте, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация ла ҡатнашты. Был ҙур йыйындың һөҙөмтәләре тураһында нимә әйтергә мөмкин? Оло сара үҙ майҙансығына донъяның 45 иленән ике мең делегатты һәм 10 мең тирәһе онлайн-ҡатнашыусыны йыйҙы. Эшлекле программаға ярашлы, йыйында Рәсәйҙең төрлө иҡтисади өлкәләрҙәге мөмкинлектәре, БРИКС илдәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге буйынса фекер алышыу барҙы. Программала ҡаралған тағы бер йүнәлеш – Рәсәй менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһындағы ике яҡлы үҫеш мәсьәләләре. Форумды асыу тантанаһында сығыш яһап, Рәсәйҙең Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Тимур Зәбиров был сараның эшлекле программаһы бай булыуын билдәләне һәм барыһына ла һөҙөмтәле эш теләне. – Ошондай ҙур саралар Рәсәй менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре араһындағы ике яҡлы хеҙмәттәшлекте әүҙемләштергән индикаторҙарҙың береһе булып тора, – т