Рәсәй Президенты Указына ярашлы, илдең һәр төбәгендәге уңайлы мөхите булған ҡалалар һаны 80 процентҡа етергә тейеш. Башҡортостан былтырғы күрһәткестәр буйынса ошо маҡсаттарға өлгәшкән, йәғни уңышҡа алты йыл алдан ирешелгән. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы баҫтырып сығарған ҡала мөхите индексы буйынса республикала уңайлы ҡалалар мөхите 81 процент тәшкил итә. Быларҙың барыһына ла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуға йүнәлтелгән милли проекттарҙың үтәлешен шәхсән контролгә алыуы, республика етәксеһенең шәхсән башланғысы менән барлыҡҡа килгән “Башҡорт ихаталары” һәм подъездарҙы ремонтлау буйынса проекттар булышлыҡ итә. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проекты тотош Рәсәй буйынса йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү йәһәтенән һөҙөмтәле алымға әүерелде. Был проектҡа ярашлы, һуңғы биш йылда Башҡортостанда ғына 683 биләмә яңыртылды, бының өсөн федераль бюджеттан 6,5 миллиард һум йәлеп ителде. 2024 йыл башында Президент Владимир Путин проектты 2030 йылға тиклем оҙайтыу тураһында иғлан итте. Был иһә тотош илдә меңләгән яңы парктар, аллеялар барлыҡҡа киләсәк, тигәнде аңлата. Былтыр Башҡортостанда 123 йәмәғәт киңлеге яңыртылды. Улар араһында 36 парк, туғыҙ йылға яры, 16 майҙан, 18 йәйәүлеләр өсөн юлдар, аллеялар һәм башҡалар сынъяһауланды. Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм коммуналь-хужалыҡ министрлығы баҫтырған уңайлы ҡала мөхите индексына ярашлы, республикала уңайлы мөхитле ҡалалар һаны 81 процентҡа барып етте. 2018 йылда был һан дүртәү генә тәшкил итә ине, хәҙер 21-ҙән – 17. Ҡала мөхите сифаты индексы 36 параметр буйынса иҫәпләнә. Уға төҙөкләндереүҙән тыш, хәүефһеҙлек, йәмәғәт транспорты, юлдар сифаты, аҙ хәрәкәт иткән граждандар өсөн уңайлы мөхит ҡарай. Һәр был күрһәткес 10 балл шкалаһы буйынса баһалана, улар ҡушыла һәм дөйөм сифат индексы барлыҡҡа килә. – Башҡортостан ҡалалары тәжрибәһе федераль кимәлдә юғары баһалана. Республика бер нисә йыл рәттән бәләкәй ҡалаларҙы һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йәлеп ителгән федераль аҡса күләме буйынса лидер булды. Был сумма конкурс нигеҙендә, проектта ҡатнашыу өсөн бирелгән ғаризалар һаны буйынса бүленә, – тип белдергән “Яңы ер” проект-консалтинг компанияһы идарасыһы Григорий Соломин. – Бында, һис шикһеҙ, республика етәкселегенең ҡаҙанышы баһалап бөткөһөҙ, юғиһә проекттарҙы тормошҡа ашырып булмаҫ ине. Башҡортостандың тупланған тәжрибәһе бик ҙур. Халыҡ ихаталарҙың хәүефһеҙ булыуы, уларҙа балалар һәм шулай уҡ өлкәндәр өсөн уйын зоналарының барлығы хаҡында хыяллана. Ваҡыт үткән һайын республикала йәшәүселәрҙең уңайлы, матур йәшәү урындарына ихтыяжы арта. Рәсәй Хөкүмәте Вице-премьеры Марат Хөснуллин иһә Башҡортостан халҡының төҙөкләндереү өсөн биләмәләрҙе әүҙем һайлауы, был изге эштән ситтә ҡалмауы тураһында белдергәйне. Был ғына түгел, республикала йәшәүселәр яңы йәмәғәт киңлектәре концепцияларын, проекттарҙы һайлауҙа ихлас ҡатнаша. Тап ошондай осраҡта урында йәшәүселәрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән, зауығын сағылдырған биләмәләр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, быйыл Өфө халҡы, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль проектына ярашлы, 2025 йылда Бөтә Рәсәй тауыш биреү һөҙөмтәһендә төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайланы. Сарала 14 йәштән үткән һәр кем ҡатнашты. Тауыш биреүгә Өфөнөң барлыҡ райондарында, шул иҫәптән алыҫыраҡ ерҙәрҙә урынлашҡан 18 биләмә тәҡдим ителде. Әйткәндәй, “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты ярҙамында Өфөлә ”Ҡашҡаҙан” паркы һәм С.А. Аксаков исемендәге баҡса реконструкцияланды, Йылы күленә терәлеп ятҡан биләмә һәм Дан бульвары төҙөкләндерелде, Беренсе уҡытыусыға һәм Валериан Альбанов исемендәге скверҙар барлыҡҡа килде. Быйыл Урмансылар исемендәге паркты төҙөкләндереүгә тотоноу күҙаллана. 2025 йылға ла Башҡортостан йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереүҙең юғары тиҙлеген һаҡлар, тип ышанабыҙ. – Быйыл дүртенсе тапҡыр инде za.gorodsreda.ru сайтында төҙөкләндереү объекттарын һайлау буйынса тауыш биреү һөҙөмтәләрен барлайбыҙ. Платформа ҡалаларҙың һәм ҡасабаларҙың киләсәк йөҙөн билдәләргә булышлыҡ итә. Был иһә Рәсәй Президенты ҡуйған маҡсатҡа – граждандарҙы ҡала мөхитен хәл итеүгә йәлеп итеүгә туранан-тура яуап бирә. Быйыл план буйынса күрһәткесте 1,6 миллион кешегә арттырҙыҡ. Чечен Республикаһында йәшәүселәр иң әүҙем булды. Шулай уҡ әүҙем төбәктәр араһында түбәндәгеләр бар: Тыва Республикаһы, Свердловск өлкәһе, Ставрополь крайы, Томск өлкәһе, Ямал-Ненецк автономиялы округы, Башҡортостан Республикаһы”, – тип хәбәр итте 2 майҙа Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.