Хәйбулла районының Байғусҡар ауыл мәҙәниәт йортонда Миңзифа Ишмәғолова етәкселегендәге “Ҡош юлы” халыҡ фольклор коллективының күсмә концерты уҙҙы. Артистар “Аулаҡ өй” концерт программаһын тәҡдим итте. Сара "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса яңыртылған бинала уҙҙы. Капиталь ремонттан һуң Байғусҡар ауылында ауыл мәҙәниәт йорто асылды. Был ауыл биләмәһе халҡы өсөн ҙур бүләк. Ремонт эштәре тамамланғас, ауыл халҡы – хеҙмәттәр күрһәтеү сифаты стандарттарына яуап биргән заманса ауыл мәҙәниәт учреждениеһы, ә художество үҙешмәкәрлегендә ҡатнашыусылар яңыртылған һәм матур бинала үҙ ижадын үҫтереү мөмкинлеге алды. Ижади коллективтың концерт программаһы сараларға бай булды: башҡорт халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, шаян бейеүҙәр, шиғырҙар, театр тамашалары һәм баянда, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау... Башҡарыусыларҙың оҫталығы, халыҡтың үҙҙәренең ихласлығы һәм ҡыҙыҡһыныуы арҡаһында концерт ысын мәғәнәһендә тамашасыларға ла, артистарҙың үҙҙәренә лә байрамға әүерелде. Иҫ киткес концерт тамашасыларҙы үҙенең ябайлығы,