Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Косметология буйынса лицензиялар артты

2024 йылдың ғинуарынан март айына тиклем косметология буйынса һигеҙ яңы медицина ойошмаһы барлыҡҡа килде. 2023 йыл аҙағында ундай ойошмалар һаны 271 ине. – Рәсәйҙә табип-косметолог профессияһы рәсми рәүештә 2009 йылда раҫланғайны. Бөгөн ул хеҙмәт баҙарында һорау менән файҙаланған 50 һөнәр иҫәбенә индерелгән, - тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова. Эстетик проблемаларҙы хәл итеү ысулдарына ҡарап, был өлкәне терапия һәм хирургия косметологияларына бүлеп йөрөтәләр. Терапия косметологияһы тышҡы косметик средстволарҙы файҙаланыу ысулын ҡуллана. Хирургик косметология эстетик проблемаларҙы операциялар ярҙамында башҡара. Медицина эшмәкәрлеге буйынса лицензияларҙы оператив алыуға министрлыҡтың лицензиялар бүлеге белгестәре ярҙам итә. Хәҙерге ваҡытта тәүге тапҡыр лицензияларҙы рәсмиләштереү ваҡыты 15 көн тәшкил итә, ә ҡабаттан алыу өсөн – 10 көн. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru