Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Палаткала үлеп ятҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында маршрутын теркәмәгән Магнитогорск ҡалаһынан килгән туристар төркөмө Инйәр йылғаһынан аҡҡан. Төндә туҡталҡала саҡта бер иптәштәре һәләк булған. Мәғлүм булыуынса, 1984 йылғы турист палатканы йылытыу өсөн газ менән эшләгән йылытҡыс файҙаланып, бүленеп сыҡҡан газдан ағыуланып үлгән. Ирҙең кәүҙәһен сығарыу өсөн юл булмау сәбәпле, уны йылғанан катамаранда алып килгәндәр. Фажиғәле осраҡ буйынса оператив тәфтиш төркөмө эшләй. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.