Башҡортостан ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүҙең яңы стандартына күсә. Был яңылыҡты тәү башлап Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы һынаясаҡ, тип хәбәр итә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Бының өсөн ҡабул итеү бүлексәһен планлаштырыуҙы камиллаштырыу талап ителә. Тәүге ҡатта диагностик процедуралар һәм манипуляциялар бүлеге тупланасаҡ. Шулай уҡ пациенттың табипҡа юлын мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу өсөн табип кабинеттарының урынлашыуын үҙгәртәсәкбеҙ,– ти министр. Шулай уҡ медицина ярҙамы күрһәтеү концепцияһы үҙгәрәсәк. Дауахана “пациент табипҡа килә” принцибынан “табип пациентҡа килә” принцибына күсәсәк. Дауалау сараларының ашығыслығынан сығып, ярҙам күрһәтеү өс төркөмгә бүленә. “Ҡыҙыл” төркөмгә кисектергеһеҙ медицина ярҙамы талап ителгән пациенттар йүнәлтелә. Кемгә ашығыс операция йәки реанимация талап ителә, улар ошо төркөмдә. “Һары” төркөмгә ашығыс ярҙамға мохтаж, әммә ғүмеренә хәүеф янамаған ауырыуҙар ҡабул ителә. Ә “йәшел” төркөмдә ниндәйҙер сир билдәләре булған ауырыуҙарға медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. “Һанлы интеграция ярҙамында ҡабул итеү табиптары яңы пациенттары тураһында “Ашығыс ярҙам” уларҙы дауаханаға килтереп еткергәнгә тиклем үк беләсәк. Ауырыуҙың хәле торошо, яҡынса диагнозы тураһында дистанцион рәүештә алдан хәбәр ителә. Тимәк, уларҙың операция бүлмәһен, тар белгестәрҙе алдан әҙерләргә ваҡыты буласаҡ. Бындай әҙерлек экстрен ярҙамды күрһәтеү ваҡытын 1,5 тапҡырға ҡыҫҡартырға, ә пациенттарҙың 70 процентына тулыһынса тикшереү үткәреп, ике сәғәт эсендә диагноз ҡуйырға мөмкинлек бирәсәк”,– тип яҙа социаль селтәрҙә Айрат Рәхмәтуллин. Фото:”Башинформ”.
Ауырыуҙар өс төркөмгә бүленәсәк: "ҡыҙыл", "һары", "йәшел"
2 мая 20242 мая 2024
1 мин