Һуңғы ваҡытта балалар баҡсаһындағы яңы заманса үҙгәрештәр, кескәйҙәрҙең психофизик һәм рухи сәләмәтлеген һаҡлау һәм нығытыу буйынса башҡарылған мөһим эштәр, яңы технологиялар өлкәндәрҙе лә хайран ҡалдыра. Тәтешле районы үҙәгендәге “Ромашка” балалар баҡсаһы мөдире Индира Лоҡманова 120 урынға иҫәпләнгән, 2018 йылда “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы төҙөлгән һоҡланғыс балалар баҡсаһы менән таныштырҙы. Учреждение бөтә тейешле белгестәр – тәрбиәсе, педагог, психолог, логопед кеүек кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Күп кенә ошондай балалар учреждениеларынан айырмалы, бында тылсымлы сенсор бүлмәһенең булыуы ҙур өҫтөнлөк. Кескәйҙәр райондағы берҙән-бер ошо мөғжизәле бүлмәлә ҙур теләк менән шөғөлләнеү бәхетенә эйә. Хатта әлегә бындай сенсор бүлмәһе күрше Балтас, Борай, Асҡын райондарында ла юҡ. – Яңыраҡ районда йәшәгән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән туғыҙ бала беҙҙә булды. Араларында аутизм сиренә юлыҡҡандар бар. Улар өсөн сенсор бүлмәһе менән танышыу әйтеп бөтөргөһөҙ ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ярты сәғәт дауам иткән занятиела балалар һаны биштән артмаҫҡа тейеш, һәр береһе менән шәхси шөғөлләнеү мөһим. Ни өсөн был бүлмә “сенсор бүлмәһе" тип атала? Бөтәбеҙгә яҡшы таныш һүҙ булһа ла, уның төшөнсәһен аңламағандар бар. Сенсор системаһы – кешенең нервы системаһының бер өлөшө, тойоу ағзаларының мәғлүмәтте ҡабул итеү һәләте (күреү, ишетеү, тәм тойоу, ҡағылыуҙы һиҙеү). Нервы системаһы тойоу ағзаларынан ни тиклем күберәк төрлө сигналдар алһа, шул тиклем нейрон бәйләнештәре күберәк барлыҡҡа килә, һөҙөмтәлә баланың мейеһе үҫешә. Бала физик, аҡыл, эстетик йәһәттән яҡшы үҫешһен өсөн уның сенсор үҫеше кимәле юғары булырға тейеш, йәғни уның нисек күреүе, ишетеүе, тирә-яҡ мөхитте тойоуы, аңлауы һәм белемде телмәрендә файҙаланыу һәләтенә уның артабанғы уңыштары бәйле, – ти Индира Әндис ҡыҙы. Педагогтар әйтеүенсә, бала саҡта кескәйҙәр тирә-яҡ мөхит менән танышырға, һәр яңылыҡты күңеленә һеңдерергә тырыша. Танып-белеү кимәле сифаты тап сабыйҙың сенсор тойғоларының төрлөлөгөнә һәм байлығына бәйләнгән. Баланың психик, физик һәм тойғолар үҫеше нәҡ ошо күрһәткестәргә бәйле. Бөгөн тирә-яҡ мөхитте танып-белеүҙең иң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс ҡоралы бар тип әйтә алабыҙ, ул –сенсор бүлмәһе. Аҙнаһына бер нисә сәғәт ошо инструмент менән эшләү сабый алдындағы танып-белеү офоҡтарын киңәйтә. Үҙ-үҙенә бикләнгән, иғтибары тарҡау балалар бер нисә занятиенан һуң тиҫтерҙәре һәм тәрбиәселәр менән әүҙемерәк аралаша башлай. Ә бына тиктормаҫ, ултырып сыҙамаған кескәйҙәр, киреһенсә, бында үҙҙәрен тотанаҡлыраҡ тота, иғтибарын тупларға өйрәнә. Аутизмға дусар балалар сенсор бүлмәһендә шөғөлләнгәндән һуң тәрбиәселәр һәм тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел таба башлай, үҫеш өсөн төрлө күнекмәләр ала. Шуныһы мөһим, бөтә занятиелар ҙа бары уйын рәүешендә үткәрелә. “Сенсор бүлмәһе. Хыялдар киңлеге” проектын тормошҡа ашырыу барышында бында мәктәпкәсә йәштәге 400-ҙән ашыу бала менән белгестәр, тәрбиәселәр шөғөлләнгән. Күнегеүҙәр кескәйҙәргә телмәр моторикаһын, социаль яраҡлашыуҙы яҡшыртырға, эске көсөргәнеште кәметергә, хәүефләнеүҙе, агрессияны баҫырға ярҙам иткән. Ата-әсәләрҙең ҙур теләк менән тренингтарға йөрөүе, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыуы, белгестәрҙән консультация алыуы шулай уҡ эҙһеҙ үтмәйәсәк. Былтыр “Ромашка” балалар баҡсаһының бер миллион һумлыҡ грант отоуы ла дөйөм эшкә, сабыйҙарҙың тормошон күңеллерәк, файҙалыраҡ итеүгә лайыҡлы өлөш индергән, заманса ҡорамалдар алынған. Балалар баҡсаһында алты төркөм эшләй, шуларҙың береһе – башҡорт төркөмө. Кушнаренко районынан Тәтешлегә килен булып төшкән тәрбиәсе Алһыу Сәлимова - кескәйҙәргә туған телгә, мәҙәниәткә, милли ҡиммәттәргә һөйөү уятырлыҡ саралар ойоштороу оҫтаһы. Республикабыҙҙа үткәрелгән Милли костюм көнө балалар баҡсаһында һәр саҡ уйланылып, күркәм байрам итеп билдәләнә, милләтебеҙҙең булмышын, рухи донъяһын, көнкүрешен сағылдырған милли кейемдәр, башҡорт халҡы тирмәһе менән танышыу, “Тирмәкәй” уйындары, милли кейемдәге ҡурсаҡтар менән уйнау кескәйҙәр күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтен өйрәнеүгә, музыка саралары менән илһөйәрлек тәрбиәләүгә, китапҡа һөйөү уятыуға йүнәлтелгән матур, иҫтә ҡалырлыҡ эштәр, һис һүҙһеҙ, алмаш быуынды лайыҡлы үҫтереүҙә ҙур роль уйнаясаҡ. “Ромашка”ның һәр дүшәмбеһе Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары аҫтында флагтар күтәреүҙән башлана. Был традиция ла балаларҙың кескәй йөрәктәрендә Ватаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уяныуына булышһын, илһөйәрлек быуындарҙан-быуындарға күсеп, шул рәүешле киләсәккә тоташһын. Тәтешле районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. Бына ул сенсор бүлмәһе! Балалар баҡсаһы мөдире Индира Лоҡманова. Тәрбиәсе Алһыу Сәлимова кескәйҙәр менән. “Ҡомда һүрәт төшөрәбеҙ”. “Тирмәбеҙ ҙә бар беҙҙең!”