Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала - көслө дауыл

Бөгөн республиканың төрлө мөйөштәрендә дауыл ҡупты. Иң ҙур емереклектәр Ғафури районында булған, шулай уҡ Стәрлетамаҡта, Стрлетамаҡ-Өфө юлында туҙан бураны уйнаған. Өфөлә лә ағас ботаҡтары емерелгән, сикләүестәр боҙолған. Көндөҙ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығына насар һауа шарттары арҡаһында Ғафури районының Үзбәк ауылында ҡыйыҡ өлөшләтә емерелеүе тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына тиҙ арала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Урынға килеп еткәс һәм хәлде асыҡлау барышында 450 квадрат метр майҙанлы мәктәп ҡыйығынан профнастил өлөшләтә емерелеп осҡан. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ. Эштәрҙә бөтәһе 35 кеше, 11 берәмек техника йәлеп ителгән, уларҙан Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан – ете кеше, ике берәмек техника. Фото: МЧС.