Бөгөн, 1 май, таңға ҡарай Дыуан районының Михайловка ауылында янғын булған. Ҡотҡарыусылар барғанда ағас йортто, гаражды һәм "Лада Ларгус" автомобилен ут ялмап алған була. Мәғлүм булыуынса, был йортта күп балалы ғаилә йәшәгән: ир менән ҡатын, уларҙың биш бәлиғ булмаған балаһы. Янғындан зыян күргән 1985 йылғы ғаилә башлығын реанимацияға оҙатҡандар. 2011 йылғы бала эвакуация ваҡытында яраланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, утты һүндергән саҡта 1945 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылған. Шулай уҡ емеректәрҙе һүткән саҡта аш бүлмәһендә дүрт йәшлек баланың кәүҙәһе табылған. Хөрмәтле граждандар, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, ошондай фажиғәле хәлдәрҙән үҙегеҙҙе һаҡлау сараларын күрегеҙ. Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы.