Элек -электән халҡыбыҙ туҙ һәм ҡарағас ҡағыҙҙары ҡайнатҡан. Бөгөн был шөғөл юғалып та бара. Белорет районынан Сәриә Ҡаһарманова үҙенең сәхифәһендә нисек итеп ҡарағас һағыҙы ҡайнатыуы хаҡында хәбәр итә. "Ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай мәлдә тота килеп Фәнил ҡустым алып ҡайтып биргәндән ҡарағас һағыҙ ҡайнатмаҡ булып киттем.Телефон аша бөтә нәмәне лә белгән Йәмил кейәүҙән һораштам да тотондом эшкә. Иллә мәгәр уның өйрәткәненсә яйлап һыуыҡ һыуға һалып ебетеп, ҡабығын соҡоп ултырырға түҙемлек етмәне. Эҫе һыуға һалып айырып алдым. Ҡалғанын фотоларҙан аңларға була", -ти п яҙған ул. Әйткәндәй, һеҙҙең яҡтарҙа ҡарағас һағыҙы ҡайнаталармы? Фото һәм видео: Сәриә Ҡаһарманова.