Бала сағымды бәхетле тип әйтә алмайым. Иҫ белә башлағандан бирле һәр ваҡыт күҙ алдымда иҫерек атай, ҡурҡыуынан ҡалтыранған әсәй булды. Атайым эсеп ҡайта ла әсәйҙе туҡмай башлай. Унан ҡустым менән икебеҙгә йәбешә. Мин ҙурыраҡ булғас, туҡмаҡтың нығырағы эләгә. Үҙем дә, әсәй менән ҡустымды яҡларға тырышып, иҫерек атайға алдараҡ барып йәбешә инем шул. Әсәйем ниңә түҙеп йәшәгәндер, әле һаман аңлай алмайым. Кемгә-кемгә, ә беҙгә ундай атай һис тә кәрәкмәй ине бит. Ауылда йәшәгәс, кешенән оялдымы икән? Китергә урын юҡ тинеме? Был һорауҙарға бөгөн дә яуап таба алмайым. Берҙән-бер көндө йәнә эсеп ҡайтҡан атай әсәйҙе айырыуса ҡанһыҙ туҡманы. Ҡәҙерлебеҙ ике көн тора алманы. Атайым уға иғтибар ҙа итмәне, ә беҙ бәләкәй инек шул. Күршеләр белеп ҡалып табип саҡыртҡанда һуң ине инде – әсәйем йән бирҙе... Атайҙы төрмәгә ултырттылар. Беҙҙе, мәктәпкә яңы уҡырға төшкән балаларҙы, әсәйемдең алыҫ бер туғаны ҡалаға алып китте. Светлана апайға ғүмеребеҙ буйы рәхмәтлебеҙ. Әллә ни бай йәшәмәһәк тә, ул беҙҙе кеше