Иглин ауылынан Рөстәм Ғөбәйҙуллин вожатыйҙарҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңеү яуланы. Быйыл илдең 110 торағынан 709 кеше X Бөтә Рәсәй вожатыйҙар олимпиадаһына кастинг үтте. Иң яҡшы вожатый исемен алыу өсөн Мәскәү, Воронеж, Ялта, Новосибирск, Өфө, Екатеринбург, Серов һәм Чехов-2 ҡалаларынан килгән 14 ҡатнашыусы көрәште. Рөстәм Ғөбәйҙуллин Башҡортостандан берҙән-бер вәкил булды. Вожатыйҙар олимпиадаһы – Рәсәйҙә вожатыйҙар оҫталығына ойошторолған иң күләмле конкурс. Маҡсаты – эрудициялы һәм әҙерлекле вожатыйҙарҙы асыҡлау, уларҙың профессионаллеген үҫтереү. Һайлап алыу этабы ике ай бара. Конкурста ҡатнашыусылар видеовизитка әҙерләй, онлайн-әңгәмәләшеүҙә ҡатнаша, педагогик мәсьәләләрҙе сисә, һорауҙарға яуап бирә. Һуңғы этапта финалистарҙың эш күнекмәләрен бөтә Рәсәй балалар ялын ойоштороу эксперттары баһаланы. Рөстәмде лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ! Фото: https://iglvesti.com/news/common_material/2024-04-25/rustem-gubaydullin-iz-iglino-stal-pobeditelem-vserossiyskoy-olimpiady-vozhatyh-3742176 .