Ата-әсә балаларына именлек теләп доғалар ҡылып торорға тейеш – уларҙың үтенестәре ишетелер, тиелә динебеҙҙә. Билдәле булыуынса, “Аятел-Көрси” – иң көслө доғаларҙың береһе: “Бисмилләһир-рахмәнир-рахим. Аллаһү лә иләһә иллә һүәл-хәййүл-ҡаййүм. Лә тәъхуҙуһү синәтү үә лә нәүм. Ләһү мә фиссәмәүәти үә мә фил-әрз. Мән ҙәл-ләҙи йәшфәғү ғиндәһү иллә би иҙниһ. Йәғләмү мә бәйнә әйдиһим үә мә халфәһүм. Үә лә йүхитүнә бишәй им мин ғилмиһи иллә бимә шәъ. Үәсиғә күрсиййүһүссәмәүәти үәл әрҙ. Үә лә йә үдүһү хифҙуһүмә үә һүәл-ғәлиййүл-ғазим”. Бала өйҙән сыҡҡанда ошо “Аятел-Көрси” укып, имен-аман йөрөүен теләп, тағы доға уҡығыҙ: “Әлхәмдү лилләһи Раббил ғаләмиин, әссаләтү үәссәләәмү ғаләә рәсүлиһи Мөхәммәдин үә ғаләә әәлиһи үә әсхәәбиһи әжмәғиин” (Йә, Раббым, баламдың иҫән-һау булыуын насип ит! Уны һәр төрлө күңелһеҙ хәлдәрҙән, бәлә-ҡазаларҙан, яуыз, яман ниәтле кешеләрҙән, шайтан зарарынан – барса насарлыҡтарҙан Үҙең һаҡла, ярҙамыңдан ташлама, Үҙ рәхмәтеңдә булыуын насип әйлә). Май айына намаҙ уҡыу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ (Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан алынды). Фото: Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты.