30 апрелдә Шишмә ҡасабаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районынан махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе, шулай уҡ генерал Шайморатов ордендарын Артур Йолчуев, Айҙар Ситдиҡов, Андрей Стручков, Инйәр Собханғолов, Азат Суфиянов, Алик Фәйзуллин, Александр Феоктистов һәм Дмитрий Хәлимовтың туғандарына һәм яҡындарына тапшырҙы. Яугирҙәр хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң юғары наградаға лайыҡ булған. - Улар ысын геройҙар, һәм беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – улар тураһында хәтерҙе һаҡлау. Һеҙ хәрби бурысығыҙҙы үтәгәндә һәләк булған ысын ир-егеттәрҙе, патриоттарҙы, ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләгәнһегеҙ. Был парк Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән балаларығыҙға ла бағышланған. Беҙ был майҙансыҡты әүҙем үҫтерәбеҙ, унда яңы ҡоролмалар төҙөйбөҙ, - тине Радий Хәбиров. Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре үҙ сиратында республика Башлығына үҙҙәрен