Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мотлаҡ ремонт яһалырға тейеш

Шишмә районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Шишмә район үҙәгендәге филиалында булды. Филиал мөдире Гөлнара Ғәйнетдинова һөйләүенсә, уҡыу корпусы һәм студенттар өсөн ятаҡ бинаһы 1957 йылда төҙөлгән һәм шул ваҡыттан алып бер тапҡыр ҙа ремонтланмаған. Биналарҙың ҡәнәғәтләнерлек булмаған торошо уҡыу йортоноң абруйына ла йоғонто яһай. Мәҫәлән, 2000 йылдар башында бында 800-ҙән ашыу студент уҡыһа, хәҙер уларҙың һаны 198 кешегә тиклем кәмегән. Төбәк етәксеһе колледждың уҡыу-производство һәм көнкүреш биналарын ҡараны. Уҡытыусылар менән аралашыу барышында Радий Хәбиров механизатор, төҙөүсе, башҡа эшсе һөнәрҙәрҙең һорау менән файҙаланыуын билдәләне. Атап әйткәндә, республикала, бөтә илдәге кеүек үк, төҙөлөш күләме арта, предприятиеларға профессиональ кадрҙар кәрәк. Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенә – объектты проектлауға тотонорға, ә төбәктең Мәғариф Һәм фән министрлығына 2025 йылда Башҡортостан агросәнәғәт колледжының Шишмә филиалын ремонтлауҙы башларға ҡушты. - Был - беҙҙең уҡыу йорттарында күргән иң насар өлгөләрҙең береһе. Бында килеүем яҡшы. Агросәнәғәт колледжының Шишмә филиалын мотлаҡ тәртипкә килтерербеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Бинаның бындай торошо бик үкенесле, сөнки бында иң кәрәкле белгестәр әҙерләнә. Уны өлгөлөләрҙең береһе итәйек. Ремонт 2025 йылда башланасаҡ. Фотоһы: glavarb.ru