Башҡортостандың баш ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 450 йыл тулыу алдынан 24-26 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе үтәсәк. Был ваҡиға Бөтә Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең китап нәшриәтселәре, яҙыусылары һәм уҡыусылары өсөн йәлеп итеү нөктәһе булып тора. Былтыр Өфө Рәсәйҙең 16 төбәгенән 200-ҙән ашыу нәшриәт вәкилдәрен һәм алты сит ил делегацияһын ҡабул итте. Татьяна Устинова, Михаил Лабковский, Даниил Спиваковский, Дмитрий Дюжев, Дарья Мороз, Дмитрий Дибров һәм башҡа билдәле яҙыусылар, актерҙар, музыканттар, телевидение алып барыусылары беренсе «Китап байрамы»ның ҡунаҡтары булды. Почетлы ҡунаҡтарҙың береһе - Рәсәйҙең тарихи мәғариф буйынса ведомство-ара комиссия рәйесе Владимир Мединский. - Беҙҙең фестиваль идеяһы Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмәһе проектын тикшереү барышында барлыҡҡа килде. Халыҡта китапҡа һөйөү тәрбиәләү өсөн ошо форматты киңәйтергә булдыҡ, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Һәр ваҡыт үҙ алдыңа юғары маҡсаттар ҡуйырға кәрәк. Өфө илебеҙҙең китап баш ҡалаһы тип атауға лайыҡлы тип иҫәпләйем. Быйыл да «Китап байрамы»нда билдәле яҙыусылар, йырсылар, актерҙар ҡатнашасаҡ. Өфөлә тәүге тапҡыр Рәсәй Яҙыусылар союзының «Халыҡтар дуҫлығы – әҙәбиәт дуҫлығы» пленумы үтәсәк, уның һөҙөмтәһе булып китап индустрияһын үҫтереү, классик һәм заманса әҙәбиәтте популярлаштырыу йәһәтенән төбәк-ара һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу буласаҡ. Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Ватан әҙәбиәтенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән яҙыусылар, шағирҙар хөрмәтенә үткәрелгән саралар айырым урын биләйәсәк. Мәҫәлән, «Китап байрамы» сиктәрендә Александр Пушкин, Аксаковтар, шулай уҡ халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Гөлфиә Юнысова һ.б. тормошона, ижадына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Бынан тыш, китап йәрминкәһе көндәрендә яҙыусы Андрей Дементьев иҫтәлегенә әҙәби кисә көтөлә. Шулай уҡ хәйриә акцияһы ойоштороласаҡ, уның сиктәрендә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары, Запорожье, Херсон өлкәләре мәктәп китапханалары өсөн китаптар йыйыу планлаштырыла. Фестивалде ябыу көнөндә сараның төп сәхнәһендә Мәскәү Советы театрының алдынғы актерҙары Ольга Кабо, Дмитрий Щербина, Екатерина Девкина Һәм Владимир Андриянов Олег Рой романы буйынса «Ебәрелмәгән хаттар» спектаклен тәҡдим итәсәк. Постановканың режиссеры - Вячеслав Манучаров. Өс көн дауамында баш ҡалаһы халҡын, ҡунаҡтарын Рәсәй һәм яҡын сит илдәр халыҡтары әҙәбиәте донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт, төрлө дәүерҙәрҙәге, әҙәби жанрҙарҙағы, бөйөк рус яҙыусыларының, Башҡортостандың халыҡ шағирҙарының үҫеш осорондағы мәҙәниәттәр атмосфераһына инеү мөмкинлеге көтә. Китап йәрминкәһенең өс көнө дауамында Өфө халҡы, ҡунаҡтары өсөн киң күңел асыу программаһы ойоштороласаҡ. Килеүселәр яңы китаптар һатып алыуҙан тыш, тематик кисәләрҙә, интерактивтарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә, автограф-сессияларҙа, кино күрһәтеүҙәрҙә була, шулай уҡ йәш авторҙарҙың ижады менән таныша һәм популяр актерҙар менән осраша аласаҡ. Башҡортостанда тәүге «Китап байрамы» йәрминкәһе 2023 йылдың майында уҙғайны. Фестивалгә Өфөнән 162 мең кеше һәм ҡала ҡунаҡтары килде. Йәрминкә майҙансыҡтары эшләгән осорҙа, дөйөм алғанда, 52 мең китап һәм башҡа баҫма һатып алынған. Сара Рәсәй Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ойошмаһы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы патронажы аҫтында үткәрелә. Фотолар: Башҡортостан Хөкүмәте.