30 апрелдә Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров буласаҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейының төҙөлөш майҙансығында булды. Бында 600 квадрат метр майҙанлы заманса визит-үҙәк бинаһы төҙөлә. Радий Хәбиров визит-үҙәк төҙөлөшө барышы менән танышты. Унда артефакттар экспозицияһы, депозитарий, кафе һәм күҙәтеү майҙансығы урынлаштырыласаҡ. Визит-үҙәктә Ғосман Ҡөрьәненең тарихи ҡомартҡыһының күсермәһе лә ҡуйыласаҡ. Был баҫманы республикаға 2023 йылдың майында «Китап-байрам» беренсе халыҡ-ара китап йәрминкәһе сиктәрендә тапшырҙылар. Ҡөрьән Ваҡытлыса Башҡортостандың милли музейында һаҡлана. Бынан тыш, визит-үҙәктә Башҡортостан картаһы менән XVIII быуаттағы Рәсәй атласы битен ҡуйырға планлаштыралар. Уны Радий Хәбировҡа Рәсәй фәндәр академияһының Михаил Чумаков исемендәге Иммунобиологик препараттарҙы тикшереү Һәм эшләү федераль үҙәгенең генераль директоры Айҙар Ишмөхәмәтов "Ватан көсө" республика форумының пленар ултырышында тапшырҙы. Әле эшселәр визит-үҙәк бинаһын төҙөй һәм эске б