Өфө фән һәм технологиялар университеты вәкилдәре Тегеранда Азия төбәгенең ҙур ғилми-белем биреү үҙәктәре - Ирандың ген инженерияһы һәм биотехнологияһы милли тикшеренеү институты, Иран химия һәм инженер химияһы институты, Иран полимерҙар һәм нефть химияһы институты, Шулай уҡ Алламе Табатабаи университеты һәм Шаһид Бехешти исемендәге университет етәкселәре менән осрашты. Сәфәр йомғаҡтары буйынса өс юғары уҡыу йорто - Иран полимерҙар һәм нефть химияһы институты, Алламе Табатабаи университеты һәм Шаһид Бехешти исемендәге университет менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. - Беҙ Башҡортостандың нефть эшкәртеү тармағы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булған Иран полимерҙар һәм нефть химияһы институты менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында меморандум төҙөнөк. Ул полимер һәм нефть химияһы материалдары, белгестәр һәм ғилми кадрҙар әҙерләү өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк. Ике юғары уҡыу йорто студенттары өсөн селтәрле белем биреү программаларын һәм икеләтә диплом программаларын тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тип һөйләне Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры Вадим Захаров. Алламе Табатабаи университеты менән «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» йүнәлеше буйынса магистратура программаһын тормошҡа ашырыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ә Ирандың инженерлыҡ һәм физика фәндәре өлкәһендәге алдынғы уҡыу һәм ғилми-тикшеренеү үҙәге Шаһид Бехешти исемендәге университет менән килешеү сиктәрендә ошо уҡ йүнәлеш буйынса бакалавриат программаһы тормошҡа ашырыласаҡ. Шулай итеп, Өфө фән һәм технологиялар университетының «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр» йүнәлешендәге студенттар Яҡын Көнсығышта һәм Оло Кавказ төбәгендә төбәк хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса курстарҙы үҙләштереү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Бынан тыш, университеттарҙың электротехника, биотехнология, химия һәм экотуризм өлкәһендә үҙ-ара эш итеүе тураһында килешеүҙәр төҙөлгән. Башҡортостан делегацияһының мотлаҡ программаһына Ирандың ген инженерияһы һәм биотехнологияһы милли тикшеренеү институты менән танышыу индерелде, сөнки Өфө университеты ошо йүнәлештәрҙә әүҙем үҫешә, был өлкәләрҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән. Өфө фән һәм технологиялар университеты делегацияһының Иранда һуңғы пункты булып Шаһид Бехешти университеты кампустарына барыуы тора. Унда инженер, төҙөлөш, электротехник, урман факультеттары һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу, уларҙы һаҡлау факультеты урынлашҡан. Өфө университеты делегацияһы кампустар менән танышыуға айырыуса иғтибар бүлде - Өфөлә күптән түгел юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының беренсе сираты асылды, унда ғилми лабораториялар һәм Өфө фән һәм технологиялар университеты үҙәктәре урынлашҡан. Ирандың кампус сәйәсәте өлкәһендәге хеҙмәттәштәренең тәжрибәһен Башҡортостан республикаһында әүҙем файҙаланырға мөмкин. - Иран Ислам Республикаһына сәфәребеҙ Башҡортостандың фәнни һәм мәғариф ландшафты өсөн мөһим ваҡиға булды, Азия киңлегендә Ватан ҡаҙаныштарын алға этәреү, юғары уҡыу йортоноң интеллектуаль ҡеүәтен донъя кимәлендәге алдынғы хеҙмәттәр рәтенә индереүгә этәргес булды. Тимәк, беҙҙең хеҙмәттәшлек уңышлы һәм ике яҡ өсөн дә файҙалы буласаҡ, – тип йомғаҡ яһаны визитҡа ректор Вадим Захаров. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың мартында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Иран Ислам Республикаһында булды. Дуҫ дәүләт менән хеҙмәттәшлектең мөһим йүнәлештәренең береһе – юғары белем һәм фән өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү, атап әйткәндә, Өфө һәм Тегеран вуздары араһында тәжрибә уртаҡлашыу. Иран яғы машина һәм авиация төҙөлөшө, нефть химияһы, ген инженерияһы, фармацевтика, халыҡ–ара хеҙмәттәшлек, гуманитар фәндәр һ.б. өлкәһендә хеҙмәттәшлеккә ҡыҙыҡһыныу белдерә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.