Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юл буйында кафе асылды

"Өфө - Бөрө - Яңауыл" автомобиль юлында яңы кафе асылған. Был хаҡта республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Кафе Удельно-Дыуанай ауылы янында урынлашҡан. Ул юл буйы сервисы объекттарын үҫтереүҙең төбәк концепцияһына ярашлы асылған. "Башҡортостан" кафеһынан тыш, бында урындағы етештереүселәргә фермер продукцияһын һатыу өсөн бушлай йәрминкә урындары ла ойошторолған. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 24,43 миллион һум аҡса инвестицияланған, һигеҙ яңы эш урыны булдырылған. Объект Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелгән. "Республикала юл буйы сервисын үҫтереү буйынса программа эшләй. Быйыл 450-гә яҡын яңы объект асыу бурысы тора. Был комплекс - программаны тормошҡа ашырыуҙың сағыу миҫалдарының береһе. Төбәк трассаһында сифатлы заманса объект барлыҡҡа килде. Бында милли аш-һыу менән туҡланыу ойошторолған, былар барыһы ла республика, муниципалитет етәкселеге, эшҡыуарҙар ярҙамында артабан үҫешен дауам итәсәк", - тип билдәләне кафены асыу тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостан сауҙа һәм хеҙмәттәр министры урынбаҫары Василий Таболин. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проектары буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.