Найти тему
Башҡортостан гәзите

Транспорт менән йөрөүгә уңайлыҡтар арта

Баш ҡалабыҙҙа ҙур транспорт объекттары төҙөлөшөнә һуңғы йылдарҙа ҙур иғтибар бирелә. Уларҙың береһе - Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы – һуңғы йылдар эсендәге Башҡортостандағы эре инфраструктура объекты, ул “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы башҡарылды. Уның хаҡы 40 миллиард һумдан ашып китә. Көнсығыш сығыу юлы проекты үҙ эсенә оҙонлоғо 1276 метрға тиң тоннелде, шулай уҡ Өфө йылғаһы аша 2,7 километр оҙонлоғондағы күперҙе, М-5 федераль трассаһына тиклем 10 километрлы автомобиль юлы төҙөлөшөн ала. Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса күләмле саралар 2020 йылда башланды. Март аҙағында Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт асылыуы халыҡҡа яңы уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров объекттың көтөп алынған булыуын билдәләне. - Был ваҡиға Өфөлә һәм республикала йәшәүселәр өсөн өҫтәмә уңайлылыҡ, сөнки автомобилдәр һаны күбәйә бара. Республика ҡалаларында тотош илдәге һымаҡ транспорт көсөргәнеше үҫә. Көнсығыш сығыу юлы тиҙ һәм уңайлы хәрәкәткә юл аса, - тине ул. Көнсығыш сығыу юлы - Башҡортостан өсөн генә түгел, тотош Рәсәй өсөн уникаль транспорт проекты. Был иһә төбәктең социаль–иҡтисади үҫешенә ҙур йоғонто яһаясаҡ, Өфөнөң төҙөлөш ҡеүәтен арттырасаҡ. Көнсығыш сығыу юлы бығаса булған юл селтәренә көсөргәнеште лә кәметеүгә булышлыҡ итә. Был ваҡиға ҡала мөхитенең сифатын яҡшырта, торлаҡ төҙөлөшө үҫеүенә мөмкинлек бирә. Һөҙөмтәлә Өфө аръяғының яңы үҫеш этабы башлана. Башҡа транспорт объекттарын төҙөү ҙә әүҙем бара. Мәҫәлән, Шаҡша күпере буйынса төҙөлөш-ремонт эштәре яртылыш тиерлек башҡарылған. Был ҡоролманы капиталь ремонтлау “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы алып барыла. - Объектҡа 70-ләп кеше йәлеп ителгән. Ауыр төҙөлөш техникаһы ҡулланыла. Бында эштәр тәүлек әйләнәһенә алып барыла, - тине Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Быйыл июндә күперҙең бер өлөшөндә эштәрҙе теүәлләп, хәрәкәтте ҡабат асыу һәм ҡоролманың икенсе өлөшөндә ремонт эштәрен башлау ниәтләнә. Барлыҡ эштәрҙе 2025 йылда тамамлау планлаштырыла. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.