Ошо көндәрҙә Өфөлә "Кардиология һәм кардиохирургия - проблемаға бер ҡараш” республика ғилми-ғәмәли конференцияһы үткән. Сара кардиология өлкәһе белгестәрен, республика медицина учреждениеларының баш табиптарын, интерндарҙы, ординаторҙарҙы, практик табип-кардиологтарҙы, кардиохирургтарҙы, терапевтарҙы берләштергән. Төрлө төбәктәрҙән, республиканан 500-гә яҡын ҡатнашыусы онлайн һәм офлайн форматта кардиология, рентгенэндоваскуляр һәм кардиохирургияла юғары технологиялы диагностика, дауалау ысулдары өлкәһендә алдынғы фәнни белеме, ғәмәли тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан. Конференцияла ҡатнашыусылар алдында Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуков сығыш яһаған. Үҙенең сығышында ул йөрәк һәм ҡан тамырҙары патологияһын дауалауҙың яңы медицина технологиялары һәм хирургик дауалау ысулдары үҫешенең өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуын билдәләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары республикабыҙҙа ла, Рәсәй Федерацияһында ла үлем сәбәптәре буйынса алдынғы урындарҙы биләүен дауам итә. Шуныһы ҡыуаныслы, һуңғы йылдарҙа республикала ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем осраҡтарының 16,78 процентҡа кәмеүе, ғүмер оҙайлығының артыуы күҙәтелә. Төбәктең кардиология берләшмәһе алдындағы төп бурыстар иҫәбендә - "Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш" төбәк проекты сараларын үтәү, йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефтәре менән идара итеү үҙәктәренең функционалын камиллаштырыу, амбулатор звеноны нығытыу, беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәткәндә һаулыҡ торошон дистанцияла күҙәтеү һәм башҡалар. Билдәле булыуынса, 2019 йылда илдә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән милли проекттар, шул иҫәптән "Һаулыҡ Һаҡлау" милли проекты (национальный проект "Здравоохранение") старт алды. Ул эшкә яраҡлы йәштәге халыҡтың үлем осраҡтарын кәметеүҙе, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөүҙе, барлыҡ граждандарҙы профилактик тикшереүҙәр менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Республикабыҙҙа был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыуға йүнәлтелгән күп пландар, проекттар тормошҡа ашырыла. Фото: bashcardio.ru