Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Миңә ярамай бит..."

Рухи ҡиммәттәрҙең баһаһы иң ауыр һынауҙар мәлендә нығыраҡ тойола. Ошо уңайҙан махсус хәрби операциялағы бер яугирҙең һөйләгәндәрен тәҡдим итәбеҙ. “...2023 йылдың март айы. Госпиталдәмен. Рамаҙан айы яҡынлаша. Яҙмышым тураһында төрлө уйҙарға бирелеп, ниндәй генә хәлдә лә, ураҙа тотормон, тип ниәт иткәнмен: Аллаһ Тәғәлә минән риза ғына булһын, балаларымды, яҡындарымды һаҡлаһын... Госпиталдән сығыуымдың икенсе көнөнә Рамаҙан айы башланды. Таңдан окоп ҡаҙабыҙ. Яҙғы туң балсыҡлы ер. Күп тә үтмәй, хәлем бөтә барғанын тоям. Янымда өҙлөкһөҙ хәбәр һөйләп, яңғыратып көлөп эшләп йөрөгән шаян урыҫ егете ҡапыл туҡтап ҡалып, етди төҫ ала. Йәһәтләп һыу алып килә. “Миңә ярамай бит, туған. Ураҙа”, – тип йылмайып, ярҙамын кире ҡағам. Иптәшем нимә эшләргә белмәй аптырап ҡала ла, йәшен тиҙлегендә ҡырҡа ҡарарға килә: “Тимәк, бөгөндән мин дә ураҙала!” Бергәләп күтәрһәң, һәр һынау еңелерәк. Ихлас урыҫ егете, һүҙен тотоп, беҙҙең менән ҡуша (батальонда ике мосолман ураҙа тотҡайныҡ) дини ғәмәлде үтәп, оло ихтыяр көсөн күрһәтте. Уға ҡарап, гүйә, дәрт-дарманыбыҙ артты, минең иһә һыҙланыуҙарым да баҫылғандай тойолдо. Рамаҙан һынауҙарын күтәрешкән хәрби ҡәрҙәшебеҙҙе һаҡлаһаңсы, Аллаһ Тәғәләм, тип доғаларымда уның да исемен әйтә башланым. Ниндәй генә диндән, милләттән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, һәммәбеҙҙе лә һаҡлаһаңсы...” “Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе, бер-береһе менән танышһын тип, төрлө ҡәүем итеп яралттыҡ”, – тиелә Ҡөрьәндә. Милләтебеҙ, динебеҙ айырылһа ла, Аллаһ алдында барыбыҙ ҙа бер. Ҙур ғаиләләге төрлө холоҡло балаларҙай күреп, Ул беҙгә татыулыҡтың, берҙәмлектең көсөн күрһәтергә теләй. Фото: "Башҡорт батальоны" төркөмө.