Найти тему
Башҡортостан гәзите

Табиптарға ярҙамға

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге етәксеһе Эмма Колчина Башҡортостан табиптары менән "Инсульт һәм цереброваскуляр патология" 2-се Бөтә Рәсәй конгресы материалдары менән уртаҡлашҡан, көнүҙәк һорауҙарға яуап биргән. Докладта диагностика һәм дауалауҙың төп заманса тенденциялары тәҡдим ителгән. Мәғлүм булыуынса, Өфөлә Ашығыс ярҙам дауаханаһы базаһында 1-се Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге урынлашҡан һәм учреждение белгестәренең был ауырыуҙарға ҡаршы көрәштә тәжрибәһе ҙур. Рәсәйҙә һуңғы йылдарҙа йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш системаһы етди яңыртыла. Май указдары нигеҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект “Здравоохранение”) буйынса, илдә 140 ҡан тамырҙары үҙәге һәм 469 беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыласаҡ. Тәмәке, алкоголь ҡулланыуҙы кәметеү, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары ваҡытында беренсе ярҙам тураһында мәғлүмәт таратыу инфаркттарҙы, инсульттарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Милли проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә ошо һәм башҡа төрлө ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтары дүрттән бер өлөшкә тиерлек кәметелергә тейеш. Беҙҙең республикала был йүнәлешкә ҙур иғтибар бүленә. Тап ошо милли проект нигеҙендә Башҡортостанда медицина учреждениеларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға, халыҡты медицина хеҙмәтләндереүенә йүнәлтелгән байтаҡ пландар һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Фото: бсмп-уфа.рф