Атай-әсәйҙәребеҙ өсөн һәр ваҡыт доға ҡылып торайыҡ. Улар иҫән саҡта ла, баҡыйлыҡҡа күсһәләр ҙә. "Ибраһим" сүрәһенең 41-се аяты: "Мине, минең атай-әсәйемде һәм иман килтергән кешеләрҙе хисап көнөндә ярлыҡа!" "Исра" сүрәһенең 23-сө һәм 24-се аяттары: - "Раббың һеҙгә Унан башҡа һис кемгә ғибәҙәт ҡылмаҫҡа һәм ата-әсәгә изгелек күрһәтергә ҡушты. Әгәр һинең ҡаршыңда атай-әсәйеңдең берәйһе йәки икеһе лә ҡартайһа, уларға "Уф!" тип әйтмә! Уларға ҡысҡырма! Уларға матур һүҙҙәр генә әйт". - "Улар алдында мәрхәмәт менән түбәнселек ҡанатын йәй һәм: "Раббым! Улар кескенә сағымда мине тәрбиәләгәне кеүек, һин уларға рәхмәт ҡыл!" - тип әйт". Фотола: Бөрйән районының Ырғыҙлы ауылынан Миңъямал менән Зекерйә Ғәлиндәр (2013 йыл). Автор фотоһы.