Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Йылайыр үҙәк район дауаханаһына гинекологик ауырыуҙарҙы диагностикалауҙа мөһим инструменттарҙың береһе — яңы кольпоскоп килтерелгән. Район дауаханаһына заманса ҡорамал алыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект ”Здравоохранение”) “Беренсел звеноны модернизациялау” программаһын тормошҡа ашырыу нигеҙендә тормошҡа ашырылған. Программаның маҡсаты - медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен арттырыу. Заман гинекологияһын кольпоскопиянан тыш күҙ алдына килтереү ҡыйын, ти белгестәр. Был тикшереү ысулының инвазив булмауы, ауыртыуһыҙ уҙыуы, шулай уҡ ҙур мәғлүмәтлелеге өҫтөнлөклө. Киңәйтелгән кольпоскопия ярҙамында төрлө этиологиялы шештәрҙе диагностикаларға ла мөмкин. Кольпоскопияны 30 йәштән өлкән бөтә ҡатын-ҡыҙҙың йыл һайын үтеүе фарыз. "Пациенттарҙы яңы, заманса ҡорамалдар ярҙамында тикшерәсәкбеҙ. Был бик шатлыҡлы. Хәҙер диагностиканы киңәйеү мөмкинлеге бар", - тип билдәләй Йылайыр үҙәк район дауаханаһын