Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы «Башҡортостан Республикаһының бизнесы һәм инвестициялары» порталында эшҡыуарҙар араһында һорау алыу үткәрҙе. Һөҙөмтәләр күрһәтеүенсә, ер участкаларын сауҙалашыуҙар менән ҡуртымға алыуҙың уртаса ваҡыты 10,55 процентҡа кәмегән. 2023 йылдың беренсе кварталында сауҙалашыуҙар менән ер участкаларын алыу ваҡыты уртаса 29,77 көн, ә 2024 йылдың беренсе кварталында 26,63 көн тәшкил итә. Ер участкаһын сауҙалашыуһыҙ алыу үҙгәрешһеҙ ҡала — 2023 йылдың беренсе кварталында — 24,57 көн һәм 2024 йылдың беренсе кварталында — 24,39 көн. — Һорау алыуҙар беҙгә ағымдағы курсты баһалау өсөн ҡиммәтле мәғлүмәттәр бирә. Һорау алыуҙар аша ер участкаһын алыу өсөн күпме ваҡыт талап ителеүен, эшҡыуарҙарҙың был процеста ниндәй ҡыйынлыҡтар менән осрашыуын, күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең сифатынан ҡәнәғәт булыуын һәм процедураларҙың асыҡлығын күрергә мөмкин, — тип аңлатма бирә Башҡортостан Республикаһының ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянс