Әлеге ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында "Светофор" магазины яна, тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙәрҙә. Видеояҙмаларҙан һәм фотоларҙан күренеүенсә, ут бинаны тулыһынса солғап алған. Көслө ел хәүефте тағы ла арттыра. Урында янғынға ҡаршы хеҙмәттәр эшләй. Уттың башҡа биналарға зыян килтермәйенсә, тиҙерәк һүндерелеүен теләйек. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда 27 апрелдән айырым күрһәтмә булғанға тиклем янғынға ҡаршы режим индерелде, сөнки янғын йәһәтенән иң хәүефле айҙар башланды. Янғынға ҡаршы айырым режим ғәмәлдә булғанда ишек алдында, урман-ҡырҙа усаҡ яғыу, баҡса участкаһында, ихатала былтырғы сүп-сарҙы яндырыу тыйыла. Фото: видеояҙманан скриншот.