Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. “Вәғәҙә иткәнемсә, үҙебеҙҙең ғилми коллективтар хаҡында һөйләйем. Өс йыл инде Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында йәштәрҙең углеродлы наноматериалдар физикаһы һәм механикаһы лабораторияһы эшләй. Уны физика-математика фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының иң йәш профессоры Юлиә Байымова етәкләй. Лабораторияның тикшеренеү командаһы графен нигеҙендә уникаль наноматериалдар әҙерләй. Тап ул машина эшләүҙә һәм аэрокосмос тармағында деталдәрҙе һаҡлаусы көп сифатында файҙаланыласаҡ материалдың ныҡлығын бер нисә тапҡырға арттыра. Лаборатория коллективы йәш һәм башлыса ҡыҙҙарҙан – ғалимдарҙан тора. Полина Полякова Владимир Потанин фонды стипендиаты. Лилиә Сафина Рәсәй Фәндәр академияһының алтын миҙалына лайыҡ булған. Нелли Йосопова инварҙар менән шөғөлләнә һәм Sciense Slam ғалимдар бәйгеһендә ғилми белемдәрен әүҙем популярлаштыра. Бынан тыш, лаборатория студенттары һәм аспиранттары – Башҡортостан Башлығы йәки Рәсәй Президенты стипендиаттары”, - тип яҙҙы Максим Забелин. Сығанаҡ: vk.com/zabelinm