Ҡыш дауамында күптәргә тән ауырлығының артыуы хас. Үлсәүҙәге ике-өс артыҡ килограмм да эсте бошора. Унан бигерәк, артыҡ тән ауырлығы организмға ла насар тәьҫир итә. Һеҙҙең иғтибарға әллә ни мәшәҡәтле булмаған рецепт тәҡдим итәбеҙ. Әгәр берәй компонентына, мәҫәлән, балға аллергия булмаһа, файҙаһы көслө. Төнәтмә өсөн түбәндәгеләр кәрәк: 1,5 литр ҡайнаған һыу, ике аш ҡалағы эре итеп туралған имбир тамыры, бер балғалаҡ йәшел сәй, ике аш ҡалағы лимон һуты, бер балғалаҡ бал, бөтнөк (мята) япрағы ла ҡушырға була. Бөтәһен дә термосҡа һалаһың да ҡайнар һыу ҡойорға. 30 минутҡа ҡуйып торорға һәм эсә башларға мөмкин. Көн дауамында литр ярым эсергә тәҡдим ителә, иртәнге сәй йәки ҡәһүә урынына ла эсергә була. Йоҡлар алдынан эсмәҫкә кәңәш ителә, сөнки йоҡо осоуы бар һәм бәүел ҡыуыуҙы тиҙләтә. Артыҡ килограмдар китә, авитаминоз әҙәйә, иммунитет яҡшыра һәм көн буйы үҙеңде бик яҡшы тояһың! Фото: zdorovogotovim.ru