13 майҙан 15-нә тиклем “Уңыш инсайты 3.0” төбәк йәштәр фестивале бөтә республиканан 300-ҙән ашыу йәш кешене, төбәк һәм федераль эксперттарҙы “Президент отель” майҙансығында йыясаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фестиваль 24 апрелдә старт алды һәм 150-нән ашыу йәштәр сәйәсәте органдары һәм учреждениелары вәкилдәрен, юғары уҡыу йорттары вәкилдәрен, шулай уҡ Башҡортостандың йәштәр һәм ирекмәндәр ойошмалары лидерҙарын йыйҙы. - Маҡсатыбыҙ – бөтә йүнәлештәр буйынса йәштәргә үҙ-үҙен күрһәтеү өсөн шарттар булдырыу. Өс көн дауамында ҡатнашыусылар менән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ белгестәре, гранттар, федераль һәм округ форумдары спикерҙары эшләйәсәк. Фестиваль йомғаҡтары буйынса һәр ҡатнашыусы яңы белемгә эйә булыр һәм күнекмәләр алыр тип ышанам, - тине Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров. Фестиваль бер юлы бер нисә майҙансыҡты берләштерә: «Смарт-Тау» проект форумы (18-35 йәш), «Үҫеш биләмәһе» йәштәр форумы (14-17 йәш), «РобоБУМ» робото