Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өфөлә “ДНК фестивале” үтте

Өфө ҡалаһының 100-ҙән ашыу студенты, аспиранты һәм уҡытыусыһы фәнни институт эшмәкәрлеген ҡарау, оҫталыҡ дәрестәрендә һәм ғилми-шоуҙа ҡатнашыу, шулай уҡ Өфө ҡалаһының алдынғы ғалимдары – генетиктары һәм молекуляр биологтарының лекцияларын тыңлау мөмкинлегенә эйә булды. Молекуляр технологиялар мәктәбе кафедраһы хеҙмәткәрҙәре уҙғарған экскурсиялар Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә генетика, биохимия һәм молекуляр биология өлкәһендәге заманса ҡорамалдар менән танышыу мөмкинлеге бирҙе. «Полимераз сылбырлы реакция» оҫталыҡ класында һәр кем автоматик пипетка менән эшләй һәм гель уйымына ДНК-ның тикшерелгән өлгөләрен төшөрә алды. Студенттар ДНК сылбырҙарының ни өсөн катодтан ыңғай анодҡа йүнәлеүен, ни өсөн маркер баҫҡысы кәрәклеген һәм электрофореграмманың нимә икәнен белде. Икенсе көндө үҫемлектәр һәм микроорганизмдар биоинженерияһы лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Биохимия һәм генетика институтында «ДНК фестивале» үҙенсәлекле фуршет менән тамамланды, унда ҡунаҡтар капкейҙарҙан ДНК-ның комплементар сылбырҙарын йыйып ҡараны. Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указадары тарафынан раҫланған “Фән” милли проектының (национальный проект “Наука”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: ugntu.ru