Был картина күптәребеҙгә таныш. Китаптағы "Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы" һәр уҡыусыға шундай яҡын булды. Унда төшөрөлгән ҡыҙҙың кем икәнен Белорет районынан билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Ситдыҡова яҙып сыҡҡан. "Һүрәттәге Мәрйәм апай - атайымдың ауылдашы - Уҫманғәленән, артабан ул Берештамаҡ ауылында йәшәне. Үҫмер сағымда атайым менән юлайҡан уларҙың өйөндә лә булырға тура килгеләне. Тик яҡшы хәтирәләр генә һаҡлана уларҙың ҙур ғаиләһе тураһында.1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев, Юлий Блюменталь, Александр Тюлькин республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районының) Инйәр ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшәләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдеевтең «Башҡорт йортоноң болдоро» тигән әҫәре тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.Ҡасим Дәүләткилдеев бер нисә портр