Кисә Санкт-Петербургта ҡот осҡос фажиғә булды: водителе идара итеүҙе юғалтҡан маршрут автобусы Мойка йылғаһындағы күперҙең кәртәһен емереп, пассажирҙары менән һыуға сума һәм бата. Салонда булған 20-ләп кешенән берәү ярылған тәҙрә аша үҙе сыға һәм яҡында булған сәйәхәт катерына йөҙөп бара, 10 кешене үтеп барған кешеләр һәм ҡотҡарыусылар ҡотҡара, һыу аҫтынан туғыҙ пассажирҙың кәүҙәһен водолаздар күтәрә: вафат булған өс кешене, шулай уҡ клиник үлем хәлендәге дүртәүҙе һәм ауыр хәлдәге икәүҙе. Әле рәсми мәғлүмәттәрҙән фажиғә ҡорбандарының етәүгә тиклем артыуы билдәле булды. Күрәһең, табиптар ауыр хәллеләрҙе клиник үлемдән йолоп ҡала алмаған... Ә фажиғәне күргәс тә ябай кешеләр ярҙамға ташланмаһа, ҡорбандар һаны тағы ла күберәк булыр ине, моғайын. Тәүге минуттарҙа уҡ үтеп барған машиналар туҡтап, уларҙағы ир-егеттәр (фотола уларҙың икәүһе) күпергә арҡан бәйләп, шуның буйлап шыуып төшөп, ҡыйығы ғына күренгән автобусҡа йөҙөп барып, ҡотҡарыу эшенә тотона. Автобус ҡыйығында люкты асырға маташҡа