Белгестәр түбәндәге үҫемлектәр бигерәк тә файҙалы, тип белдерә. Үгәй әсә үләне – һалҡын тейеүҙән Был үҫемлек оҙайлы һалҡын тейеүҙән файҙалы, тип билдәләй табиптар. Уны майҙа йыйырға, ғәҙәти сәй кеүек ҡайнатырға һәм тымау тейгәндә, киҫкен респиратор инфекциялар әүҙемләшкәндә эсергә кәрәк. Үгәй инә үләне эсемлеге аппетитты күтәрә һәм дөйөм тонус биреүсе сара, тип һанала. Тик шуны онотмағыҙ: һәр үләнде, уның сифаттарын белгән осраҡта ғына берләштереп була. Шуға күрә ниндәйҙер бер аныҡ үҫемлекте айырым ҡулланыу яҡшыраҡ. Яҙғы һалҡын көндәрҙә һеҙҙең запаста яңы сыҡҡан үләндәр генә түгел, ә үткән миҙгелдә йыйылған үҫемлектәр ҙә булырға тейеш — кейәү үләне, тимьян, йылан тамыры, мәҫәлән. Улар ҙа һалҡын тейеүҙән бик яҡшы ярҙам итә. Сирень – быуындар өсөн Сирень төнәтмәләре быуындар эшмәкәрлеге өсөн бик файҙалы. Белгестәр әйтеүенсә, бер стакан сиренгә 0,5 литр араҡы йәки шыйыҡландырылған спирт һалып, 20-40 көнгә ҡуйырға кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмә менән ауыртҡан быуындарҙы ыуырға кәрәк. Бынан ты