Әле үҫентеләр һатып алыу осоро бара. Һауа торошо арҡаһында быйыл ағас ултыртыу мәле лә бер аҙ кисектерелеп тора. Баҙарҙағы тәҡдимдәрҙән күҙҙәр ҡамаша. Машина-машина сығарып һаталар. Тик күпселек осраҡта беҙ оҙон телле һатыусыныҡын һайлайбыҙ һәм йыш ҡына алданабыҙ. Ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, крыжовник, ҡурай еләге, баҡса еләген баҡсасылар билдәһеҙ етештереүселәрҙән алып, йыш ҡына ауырыуҙар менән зарарланған үҫентеләр ултырта, һөҙөмтәлә үҙен кәм тигәндә өс йылға мул уңыштан мәхрүм итә. Бындай хәл булмаһын өсөн, тәү сиратта үҫентеләрҙе ышаныслы етештереүсенән алырға кәрәк. Иң һәйбәте – беҙҙең ерлектә үҫтерелгәндәргә өҫтөнлөк бирергә. Шул саҡта үҫентеләр тиҙ ерегеп китеп, ауырыуҙарға бирешмәй, тиҙерәк уңыш бирә башлаясаҡ. Ағастар алырға кәрәк булһа, тәүҙә һеҙгә ниндәй сорт кәрәклеген алдан уҡып белегеҙ. Районға ҡулайлаштырылған сорттарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Шул саҡта ҡарағатта бөрө талпандары, фитофтороз, япраҡ ауырыуҙары булмаҫ. Үҫентеләрҙе йә көҙ япраҡтар ҡойолғас, йә яҙ бөрөләнгәс, япраҡ ярғ