Республикабыҙҙа, ниһайәт, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ойошторолоуы барыбыҙға ла билдәле. Халҡыбыҙҙың төп символын лайыҡлы күрһәтә алырлыҡ был ҡурайсылар ансамбле хаҡында уйҙар күптән өлгөргән ине инде. Күп ҡурайсылар күптән ошо турала һөйләй килделәр, әммә ойоштороу эшенә тотоноусы ғына булманы. Һәм инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының башҡорт музыкаһы факультеты деканы, профессор Азат Айытҡолов, бергә эшләгән ҡурайсы коллегаларына таянып, һуңғы бер нисә йылда ҡурайсылар ансамблен булдырыуға ныҡлы ҡарарға килә. Шулай итеп, ансамбль Азат Миңлеғәле улының башланғысы менән һулыш алып, быйылғы йылдың 11 мартында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса тыуған көнө билдәләнде. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә нигеҙ һалыусы ғына түгел, уның художество етәксеһе лә буласаҡ. Коллектив Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ойошторола башланы. Әйткәндәй, Дәүләт хор капеллаһы, Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Эстрада-джаз оркестры һәм башҡалар менән бер рәттән, ҡурайсылар ансамбле филармонияның етенсе коллективы буласаҡ. Азат Миңлеғәле улы һөйләүенсә, бындай ансамбль ҡасандыр Башҡортостанда булған, уның сығыштары ҙур популярлыҡ менән файҙаланған. – Композитор һәм йәмәғәт эшмәкәре, ҡурайсы һәм йырсы Заһир Исмәғилев һуғышҡа тиклем, 1930-сы йылдар аҙағында, шулай уҡ Башҡорт дәүләт филармонияһы базаһында ошондай коллектив ойошторған. Улар бөтә республика буйлап йөрөп концерттар биргән. Әммә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күп кенә ҡурайсы, музыканттар фронтҡа китеү арҡаһында ансамбль тарҡалған, – тип һөйләне Азат Айытҡолов. – Бөгөн күп ҡурайсылар дәүләт кимәлендәге ансамбль ойоштороуҙы түҙемһеҙлек менән көттө, ниһайәт, ул барлыҡҡа килде. Бының өсөн беҙ, ҡурайсылар, республика Башлығы Радий Фәрит улына рәхмәт белдерәбеҙ. Яңы коллектив составында 31 штат берәмеге буласаҡ. 20 ҡурайсынан тыш, коллективҡа йырсыларҙы, бейеүселәрҙе, башҡа төр башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында, йәғни думбырала, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнаусыларҙы саҡырғандар. Талантлы артистарҙы тыңлап ҡарау нигеҙендә һайлап аласаҡтар. Әлеге ваҡытта һайлап алыу турының беренсе этабы үтте һәм ансамблгә 15 кеше алынды ла инде. Һынау тотҡанда ҡурайсылар дүрт көй уйнап ишеттерҙе, башҡорт халыҡ көйөн уйнау мотлаҡ булһа, шулай уҡ нота белеү мөһим һаналды. Шуға күрә ҡурай буйынса китап-ҡулланмаларҙан нотаға ҡарап һәм концертмейстер менән дә, бейеү көйҙәренә теҙмә лә, марш та уйнап, төрлө яҡтан һынау тотто ҡурайсылар. Нотаға ҡарап уйнау музыканттар телмәрендә “чтение с листа” тип атала, йәғни таныш булмаған нота тексына ҡарап, шул тиҙлектә, динамик төрлөлөк һәм башҡарылған әҫәрҙең характерын автор күрһәтмәләре менән уйнау ул. Ә бит бөгөн сәхнәлә шоуҙар үткәреп, билдәлелек яулаған ҡурайсылар араһында ла нота танымаусылар бар. Тимәк, был осраҡта, һин ниндәй генә билдәле булма, дәүләт ансамбленә эләгә алмясаҡһың. Әйткәндәй, башҡорт фольклорында элек-электән бер тауыштан башҡарыу традицияһы булған, ләкин хәҙер ҡурайсылар ансамбленең дүрт тауышҡа уйнаясағы күҙ уңында тотола. Бының өсөн көйҙәр партияларға һалынасаҡ, ә инде партитуралар төҙөү өсөн композиторҙар йәлеп ителәсәк. – Беҙ өс-дүрт программа булдырыуҙы күҙ уңында тотабыҙ. Улар аутентик, камералы һәм үҫеп килеүсе быуын өсөн дә, республикабыҙҙан ситтә тамашалар ҡуйыу өсөн дә буласаҡ, – тип уртаҡлашты Азат Айытҡолов. – Башҡарыусылар төрлө ҡоралдарҙа уйнаясаҡ. Биш тишекле традицион ҡурайҙан башлайбыҙ. Әммә, Ҡаҙағстандағы кеүек, уға тишектәр өҫтәлеүе лә мөмкин. Шулай уҡ композитор яҙған көйҙәрҙә ярымтондарҙы башҡарыу өсөн хроматик ҡоралдар ҡулланасаҡбыҙ. Яңы ансамбль өсөн музыка ҡоралдары һәм костюмдар өсөн финанс махсус бүленәсәк. Тәүге программаларға нигеҙ булған костюмдарҙың һәм репертуарҙың нисек булырға тейешлеге уйланылған. – Республика Башлығы ярҙамы менән тормошҡа ашырылған ансамбль булыуы беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Өс йыл инде ансамблдең кәрәклеге тураһында һөйләшеүҙәр алып барылды һәм, ниһайәт, ул рәсми рәүештә булдырылды. Әле репертуар барлыҡҡа килтереү кеүек күп эштәр көтөлә. Әйткәндәй, Башҡортостанда үҙешмәкәр ҡурайсылар ансамблдәре бик күп, республиканың һәр районында тиерлек, шулай уҡ бындай коллективтар училищела һәм сәнғәт институтында һәм Милли халыҡ ҡоралдары оркестрында бар. Ә айырым профессиональ ҡурайсылар ансамблен ойоштороу мәсьәләһе күптән өлгөрһә лә, быны тормошҡа ашыра алмағайныҡ. Шуға ла бөгөн сәнғәтебеҙҙе лайыҡлы һәм профессиональ кимәлдә күрһәтә алырлыҡ ансамбль төҙөлөүе бик көнүҙәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостандың халыҡ артисы, Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров. Шулай итеп, традицион концерттар ҙа, шоу-программалар ҙа ойоштороуҙы күҙ уңында тотҡан Дәүләт ҡурайсылар ансамбле Башҡортостандың визит карточкаһы буласаҡ. Тәүге сығыштары Республиканың тыуған көнө – 11 октябргә тип билдәләнһә лә, ансамбль беренсе тамашаһын быйыл йәй күрһәтергә дәррәү әҙерләнергә тотонған. Өфөнөң оло юбилейы кеүек сараларҙа һәр кем Дәүләт ҡурайсылар ансамблен сәхнәлә күрергә теләр ине, минеңсә. Әйткәндәй, Дәүләт ҡурайсылар ансамбленә 23 миллион һум бүленәсәк. Бында, әлбиттә, ансамблгә кейемдәр тектереү ҙә, музыка ҡоралдары алыу ҙа, музыканттарға эш хаҡы түләү ҙә күҙ уңында тотола. Әммә, бөгөн тәғәйен генә эш хаҡы билдәләнмәү арҡаһында күп профессиональ ҡурайсылар, ансамблгә алынған хәлдә лә, килешеү төҙөргә, эшкә барырға икеләнеү белдерә. Сөнки төп шарттарҙың береһе - хеҙмәт кенәгәһе менән генә эшкә алыу. Төп эштәрендә һәйбәт эш хаҡына эшләп йөрөгән яҡшы ҡурайсылар, дәүләт ансамблендә эш хаҡы тәңгәлендәге билдәһеҙлек арҡаһында был коллективҡа эшкә килә алырмы, тигән һорауыма ла ансамблдең ойоштороусыһы Азат Миңлеғәле улы, төп эштән китһәләр генә ансамблгә эшкә алыналар, тип яуап бирҙе. Һорауҙар бар әле. Дәүләт ҡурайсылар ансамбле ниндәй булыр - тиҙҙән күрербеҙ. Фотолар: Башҡортостан Ҡурайсылар союзының матбуғат хеҙмәтенән.