Краснокама районының Николо-Березовка ауылы поликлиникаһы, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, яңы кольпоскоп алды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Кольпоскопия – заманса гинекологияла төп диагностика ысулдарының береһе. Был тикшереү һөҙөмтәһендә ағзаның яман шеш башланыуы алдында торғанын асыҡларға, һәм ул агрессив формаға әүерелгәнгә тиклем сирҙе дауалай башларға мөмкин. Кольпоскопия ауырттырмай һәм зыянһыҙ, кире эҙемтәләре юҡ. –Яңы ҡорамал стереоскопик микроскоп менән йыһазландырылған, уның көйләү ярҙамында ҙурайтыу һәләте бар. Видеосистема реаль ваҡыт режимында һүрәттәрҙе экранға сығарырға ярҙам итә, шулай уҡ видеояҙма алып барырға һәм артабан өйрәнеү өсөн һүрәттәр эшләргә булыша, – тине поликлиниканың акушер-гинекологы Артур Лоҡманов. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.