Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төҙөүселәр өсөн смотр-конкурс

Build School Project халыҡ-ара смотр конкурсында Башҡортостандан да төҙөүселәр һәм архитекторҙар ҡатнаша. Был сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда) башҡарыла тип хәбәр итә төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Ул Build School 8-се халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында Мәскәүҙә быйыл 13 ноябрҙән 15-енә тиклем үткәрелә. Унда ҡатнашыуға архитекторҙар, реставраторҙар, дизайнерҙар, архитектура бюроһы, студиялар, оҫтаханалар, проект институттары, вуз һәм колледж студенттары саҡырыла. Конкурсҡа һуңғы өс йылда “Иң яҡшы яңы төҙөлөш объекты”, “Реконструкция һәм модернизациялауҙағы иң яҡшы ҡарар” һәм башҡа номинациялар буйынса төҙөлөштәр һәм проекттар ҡабул ителә. - Беҙҙең республикала талантлы архитекторҙар байтаҡ. Ошондай халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу – Башҡортостан өсөн перспективалы йүнәлеш. Ул иһә иң яҡшы тәжрибәләрен таратырға, уңышлы проект ҡарарҙарын ҡулланырға мөмкинлек бирә, - тине төбәктең төҙөлөш һәм архитектура ми

Build School Project халыҡ-ара смотр конкурсында Башҡортостандан да төҙөүселәр һәм архитекторҙар ҡатнаша. Был сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы (национальный проект “Жилье и городская среда) башҡарыла тип хәбәр итә төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы. Ул Build School 8-се халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында Мәскәүҙә быйыл 13 ноябрҙән 15-енә тиклем үткәрелә. Унда ҡатнашыуға архитекторҙар, реставраторҙар, дизайнерҙар, архитектура бюроһы, студиялар, оҫтаханалар, проект институттары, вуз һәм колледж студенттары саҡырыла. Конкурсҡа һуңғы өс йылда “Иң яҡшы яңы төҙөлөш объекты”, “Реконструкция һәм модернизациялауҙағы иң яҡшы ҡарар” һәм башҡа номинациялар буйынса төҙөлөштәр һәм проекттар ҡабул ителә. - Беҙҙең республикала талантлы архитекторҙар байтаҡ. Ошондай халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыу – Башҡортостан өсөн перспективалы йүнәлеш. Ул иһә иң яҡшы тәжрибәләрен таратырға, уңышлы проект ҡарарҙарын ҡулланырға мөмкинлек бирә, - тине төбәктең төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.