“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, йыл башында Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһына ике оптик кольпоскоп алынғайны.Программаның маҡсаты билдәле инде – халыҡҡа медицина ярҙамын мөмкин тиклем яҡынайтыу. Билдәле булыуынса, кольпоскоп гинекологияла ҡулланыла, асыҡлап әйткәндә, балаятҡы муйынтығы һәм еңсә сирҙәрен диагностикалау өсөн.Дауаханаға алынған ҡорамал заманса оптика менән йыһазландырылған. Ул туҡымалар структураһы һүрәттәрен ентекләп ваҡ деталдәрҙә күрһәтә һәм патологияларҙы яҡшы асыҡлай. –Яңы кольпоскоптар ярҙамында 86 тикшереү үткәрҙек. Табиптарҙың профессионаллеге һәм яңы ҡорамалдарҙың теүәллеге һөҙөмтәһендә дүрт пациенттың яман шеш башланыу алдында тороуын асыҡланыҡ, береһендә балаятҡы муйынтығының яман шешкә дусар булыуын күрҙек. Әле ауырыуҙарҙың бишеһе лә дауалана. Яңы ҡорамал килеүенә һәм диагностика сифатының яҡшырыуына шатланып бөтә алмайбыҙ, – ти Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһының ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы мөдире Винерита Саяп